Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
3 Октябрь 2019, 15:00

Улар белгестәр әҙерләй

Йыл һайын Рәсәйҙә һөнәри-техник белем көнө байрам ителә. Ул – урта һөнәри белем биреү системаһы хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары байрамы. Бөгөн һөнәри белем биреү системаһы күп йылдар элекке кеүек үк үҙенең кәрәклеген иҫбат итә – күп ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн өлкәндәр һөнәри тор- мошҡа юл аса.

Мәсетле районында 1993 йылға тиклем йәштәрҙе һөнәри яҡтан әҙерләү 8-10 кластарҙы хеҙмәткә өйрәтеүгә ярашлы урта мәктәптәрҙә һәм ДОСААФ-та бойомға ашырылды. Техник яҡтан насар йыһазландырыл-ған һәм матди базаһы иҫкергән булғанлыҡтан, уҡытыу 1-2 һөнәр буйынса ғына алып барыла ине. Районда 117-се Мәсәғүт урта һөнәри-техник училищеһы филиалының булыуы ла мәсьәләне хәл итмәне. Шуға күрә йәштәр мәктәпте тамамлағандан һуң һөнәр алыу өсөн ҡалаларға һәм башҡа райондарға сығып китә ине.

Район хакимиәте башлығы А. З. Камалов һәм РОНО мөдире Ф. В. Ғәләүетдиновтарҙың инициативаһы һәм туранан-тура ҡатнашлығында районда 180 кешенән торған уҡыусылар контингенты менән 153-сө һөнәрселек училищеһы булдырыла.

1995 йылда училище “Ауыл төҙөлөшө мастеры” һөнәре буйынса тәүге 17 кешене әҙерләп сығара. Ә 1996 йылғы сығарылышты инде 82 белгес тәшкил итә: шуларҙың 14-те – “Ауыл төҙөлөшө мастеры”, 46-һы – “Ауыл хужалығы производствоһы мастеры”, 22-һе – “Иретеп йәбештереүсе-тракторсы ”.

1997-нән 2004 йылға тиклем йыл һайын 100-150 белгес сығарылып, йылына уртаса 300 уҡыу-сы белем ала. Бында “Автомеханик”, “Иретеп йәбештереүсе” (газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсе), “Ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы” (“А”, “В”, “С”, “D”, “Е”, “F” категориялары), “Ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь”, “Автомобиль водителе” (“ВС” категорияһы), “Тегеү ҡорамалдары операторы” (тегенсе) һөнәр-ҙәре буйынса белем бирелә.

2004 йылдан “Йорт хужабикәһе” (емеш-еләк һәм йәшелсә үҫтереүсе, ашнаҡсы), 2006 йылдан “Ашнаҡсы-кондитер” һәм “Ауыл хужалығында электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электр монтеры” һөнәрҙәре буйынса әҙерләү башлана.

Төп эшмәкәрлек сиктәрендә түләүле хужалыҡ иҫәбе нигеҙендә эшсе кадрҙарҙы һөнәри әҙерләү алып барыла, унда “В”, “С”, “Д”, “Е” категориялы водитель, автомобиль ремонтлау слесары, тегенсе, ҡулдан газ һәм электр менән иретеп-йәбештереүсе, бөтә категориялағы ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы, ЭВМ операторы, электромонтер, һатыусы, ашнаҡсы, бер сүмесле экскаватор машинисы, бульдозер машинисы һөнәрҙәре буйынса белем алыр- ға, квалификация күтәрергә һәм ҡайтанан әҙерлек үтергә мөмкин.

Училище эшләй башлағандан алып бюджет нигеҙендә 4 меңдән ашыу һәм хужалыҡ иҫәбе нигеҙендә 5 меңдән ашыу квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләнгән.

2015 йылдың апрелендә 153-сө һөнәрселек училищеһы Дыуан аграр колледжына ҡушылыу юлы менән үҙгәртеп ҡоролдо. Бөгөн училищеның статусы үҙгәргән һәм ул Дыуан күп профилле колледжы дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы тип атала. Төрлө йылдарҙа училищеның етәкселәре С. М. Кәримов, И. С. Буранҡаев, В. А. Дергачев һәм С. А. Ғәйфуллин булды. Әлеге ваҡытта филиалды Р. И. Дистанов етәкләй.

Статусы үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, колледждың төп ҡиммәте – ул уҡытыусылар һәм производство уҡытыуы оҫталары. Бөгөнгә колледжда 12 уҡытыусы һәм 4 производство уҡытыуы оҫтаһы эшләй: Д. Д. Ҡорбанова, Р. А. Терентьева, В. В. Сафиуллина, Ф. Р. Мөхәмәтов, В. З. Тәүәкәлов, Ю. И. Балдин, З. Х. Бикташева һәм башҡалар – юғары белемле һәм күп йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә. шулай уҡ йәш кадрҙар бар, улар: А. В. Зарипова, Г. Р. Сәлихова, Д. Г. Әйүпова. Һәр бер хеҙмәткәр йәш ҡыҙҙар һәм үҫмер егеттәрҙе тәрбиәләү, уҡытыу буйынса дөйөм эшкә өлөш индереп, үҙенә ышанып тапшырылған участкала намыҫлы хеҙмәт итә.

Зөлфиә БИКТАШЕВА,

Дыуан күп профилле колледжы филиалы социаль педагогы.