Беҙҙең районда урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү менән Мәсетле участка урман хужалығы шөғөлләнә. Ул 1940 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Тик ошо ваҡыттан алып ул бик күп үҙгәрештәр кисергән, штат күпкә ҡыҫҡартылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хужалыҡ эшләүен дауам итә.
Бөгөн штатта ни бары дүрт кеше иҫәпләнә. Уларҙың береһе – урман хужалығы мөдире Флүр Бикташев. Ул көн һайын ҙур күләмдә эш башҡара, сөнки дәүләт урман фондына ҡараған 31 622 гектарҙағы бөтә участкалар уның контролендә. Был тармаҡта уның дөйөм стажы – 20 йылдан ашыу.
Флүр Фазылйән улы 1988 йылда Өфө урман хужалығы техникумын тамамлаған. Свердловск өлкәһендә, Салауат районында эшләгән. 1991 йылда Мәсетле урман хужалығына лесничий ярҙамсыһы булып эшкә урынлашҡан. Артабан уны Борғатья, Абдулла, Оло Аҡа, Әләгәҙ һәм Әжекәй ауылдары территорияһындағы урмандар мастеры итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала хужалыҡ тарҡалғанға тиклем эшләй.
– 2008 йылда урман хужалығында ҙур үҙгәрештәр булды. Бөтә урман ҡарауылсыларын ҡыҫҡарттылар. Ә мастер вазифаһына юғары белемлеләр талап ителә ине. Шулай итеп мин эшһеҙ ҡалдым, – тип һөйләй Флүр Фазылйән улы. – Үҙ эшемде астым. Ә бер йыл элек мине кире эшкә саҡырҙылар.
Ойошмала өс мастер эшләй. Илья Сизов – иң тәжрибәле хеҙмәткәр. Ул бында 1993 йылдан бирле эшләй. Евгений Тетерлев һәм Илнур Хурамшин (өлкән мастер) – йәш белгестәр. Улар хужалыҡ эштәрен алып бара. 2017 йылда халыҡҡа ғына 487 диләнкә бүлеп бирәләр, үткән йыл – 228. Ағас бүлеп биреүҙән тыш улар ағас ултырта, урман культураларын ҡарай, көсһөҙләнгән ағастарҙы ҡырҡа, янғын хәүефен контролдә тота. Һәм бөтә ошо эштәргә – ни бары өс мастер һәм бер “УАЗ” автомобиле.
Быйыл өс участкала янғын сыға. Ләкин урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре уға таралырға ирек бирмәй, ваҡытында һүндереп етешә. Улар Яңы Мишәр һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылдары хакимиәттәре башлыҡтарына, шулай уҡ Иван Скрябинға янғындарҙы һүндереүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерә.
Мәсетле урман хужалығының таҫмалы пилорамы бар. Ул халыҡты пиломатериалдар менән тәьмин итә. Бында дүрт ялланма эшсе – водитель Александр Горбунов, урмансы Александр Черепанов, рамсы Игорь Николаев һәм рамсы ярҙамсыһы Артем Крашенинников эшләй.
Дәүләт урман фондына ҡараған дөйөм майҙандың 40 проценттан ашыуы ҡуртымға бирелгән. Район территорияһында бөтәһе ете кеше урмандарҙы ҡуртымға алған. Шуларҙың иң эреләре – шәхси эшҡыуарҙар А. Крючков, И. Скрябин, В. Вазиров һәм “Мәсетле урманы” ЯСЙ-һы (етәксеһе В. Бервинов).