Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
4 Сентябрь 2019, 12:00

Һәр өйҙө йылылыҡ менән тәьмин итәләр

Үткән йәкшәмбе үҙҙәренең һөнәри байрамын газ һәм нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре билдәләне.

Мәсетле районында бына инде күп йылдар газға бәйле социаль әһәмиәттәге мөһим эшмәкәрлекте “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәм-ғиәте филиалы уңышлы тор- мошҡа ашыра. Улар ҡарамағында – бөтә муниципалитет территорияһын йәлеп иткән ҙур хужалыҡ.

52 квалификациялы белгестән торған Мәсетле комплекслы газ хеҙмәте коллективы менән йәш белгес Ринат Ғарипов етәкселек итә. Йылдан-йыл хеҙмәткәрҙәргә йөкмәтелгән бурыстар арта, сөнки райондың газ хужалығы үҫешә, хеҙмәтләндереүсе объекттар һаны ла күбәйә.

Газ хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә районда 549,75 километр оҙонлоғонда газ селтәре, 79 редукциялаштырылған газ пункты, 98 катодлы һаҡлаусы станция, 27 ҡаҙанлыҡ, 110 етештереү тәғәйенләнешендә булмаған объект файҙаланыла. 41 ауылда бөтәһе 7381 газ үткән фатир хеҙмәтләндерелә. 2019 йылда хеҙмәткәрҙәр газды көйләүсе өс яңы пунктҡа капиталь ремонт эшләгән.

Коллективта бигерәк тә квалификациялы йәш белгестәрҙән торған авария-диспетчер хеҙмәте хөрмәткә лайыҡ. Уны мастер Сергей Михайлов етәкләй. Хеҙмәт халыҡтан һәм ойошмаларҙан заявкалар ҡабул итә. Бында газ ҡоролмаһының ватылыуына һәм газдың осоп сығып тороуына ҡағылышлы бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Филиал бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Уҡыу фильмдары ҡарау өсөн кинопроекторы, стендтар, газ приборҙары бул-ған техкабинет бар.

Күп йылдар ошо өлкәлә эшләгән ветерандар М. В. Закир- йәнов, П. А. Новоселов, В. А. Леш-ков, шулай уҡ хеҙмәт мастеры В. М. Жильцов газ хеҙмәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Хеҙмәткәрҙәргә йылдан-йыл артҡан эш күләмен уңышлы атҡарып сығырға юғары профессионаллектәре һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре ярҙам итә. Ветерандарға алмашҡа килеүселәр уҡыу үҙәктәрендә тейешле әҙерлек үтә. Улар араһында: йәш белгестәр А. Ю. Ғәлимов, Д. Ю. Ершов, Д. Г. Паначев, И. А. Вәисов, М. Ф. Шәйәхмәтов һәм М. М. Ризванов.