Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
2 Сентябрь 2019, 13:00

Ветеринарияға – атаһы юлынан

Рәсәйҙә ветеринарҙар көнө 31 августа билдәләнә


Мәсетле районы ветеринария хеҙмәтендә 34 кеше хеҙмәт итә. Үҙ эше профессионалдарының береһе – Эльвира Ғәлимйәнова.

– Һөнәр һайлаған ваҡытта мин районыбыҙҙың “Әй-Агро” ЯСЙ-һында баш ветврач булып эшләүсе атайым юлынан китергә ҡарар иттем, – ти ул. – Шуға күрә Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетына уҡырға индем. Уҡыу йылдарында ветеринария-санитария экспертизаһын ныҡлап өйрәнергә булдым һәм шул йүнәлештәге факультатив занятиеларға йөрөнөм.

Университетты уңышлы тамамлап, ул районға ҡайта һәм Мәсетле ветстанцияһында ветеринария-санитария экспертизаһы лабораторияһы мөдире вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Ул бөгөн дә шунда эшләүен дауам итә.

Эльвира Рифат ҡыҙы үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай. Ветсанэкспертиза лабораторияһы эшен ойоштороуҙан тыш, ул малдар, йорт ҡоштары итен, балыҡ һәм аҙыҡ-түлек продукттары – һөт, бал һәм башҡа нәмәләрҙе ҡарап, экспертиза үткәрә.

Бөтә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр ҙә, нисек кенә булмаһын, лаборатория эше менән бәйләнгән, сөнки тамғалауһыҙ һәм рөхсәт бирелмәйенсә (Эльвира Ғәлимйәнова шуны эшләй ҙә инде) бөгөн продукт-тарҙы һатырға ярамай. Шулай уҡ ул ауыл хужалығы тауарҙары һатылған баҙарҙа санитария шарттарының үтәлешен ҡаты контролдә тота. Итте, ит продукттарын, балыҡты, һөттө биохимик тикшереүҙәр арҡаһында беҙ уларҙы баҙарҙан ҡурҡмайынса һатып ала алабыҙ.

Ветеринария өлкәһендәге эш грамоталы иҫәп алып барыуҙы, бөтә функцияларҙы яуаплы үтәүҙе талап итә. Эльвира Рифат ҡыҙы бөтә ошо сифаттарға эйә.

Шуға күрә Мәсетле районында “Меркурий” программаһы буйынса эште һәм электрон-ветеринария сертификатын алып барыуҙы уға ышанып тапшырғандар.

Коллегалары һәм етәкселеге уның эшһөйәрлеген һәм юғары эш һәләтен баһалай. Мәсетле район ветстанцияһында эшләү дәүерендә ул үҙен намыҫлы, бик тырыш хеҙмәткәр итеп күрһәткән. Юғары һөнәри сифаттары өсөн 2016 йылда Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
* * *

Хөрмәтле Мәсетле районы ветеринария хеҙмәткәрҙәре

һәм ошо тармаҡ ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һеҙҙең профессия – иң ҡатмарлыларҙың береһе, сөнки профессионаллектән тыш физик көс һалыуҙы, үҙ-үҙеңде фиҙа ҡылыуҙы, үҙ “пациенттарыңа” ҡарата тойомлауҙы һәм малдарҙың ғына түгел, ә кешеләрҙең һаулығы өсөн дә тәрән яуаплылыҡ талап итә, сөнки малдарҙағы һәм кешеләр-ҙәрге йоғошло сирҙәрҙең күпселеге – уртаҡ. “Медицина кешене, ә ветеринария кешелекте дауалай” тигән тапҡыр һүҙҙәр юҡҡа ғына ветеринария табибы һөнәре асылының аныҡ билдәләмәһенә әйләнмәгән. Шундай мөһим һәм ҡиммәтле һөнәр һайлағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тотороҡлолоҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс, еңел булмаған һәм шундай кәрәкле хеҙмәтегеҙҙә артабанғы уңыштар теләйбеҙ! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға – тыныслыҡ, изгелек һәм именлек!

Мәсетле районы ветстанцияһы.