Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
24 Июль 2019, 14:00

Бер юлы бер нисә һөнәргә эйә белгестәр

2008 йылдан башлап йыл һайын 24 июлдә беҙҙең илдә кадастр эштәрен башҡарыусылар үҙҙәренең һөнәри байрамын – Кадастр инженеры көнөн билдәләй.

Байрам өсөн дата 2007 йылдың 24 июлендә “Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастры тураһында” 221-ФЗ һанлы Федераль закон ҡабул ителеүе менән бәйле һайланған. Ә һөнәрҙең статусын күтәреү маҡсатында уның инициаторы “Кадастр инженерҙары” коммерция булмаған партнерлығы ойошмаһы була.

Бөгөнгә Мәсетле районында кадастр эштәрен башҡарыусы “Гарант плюс” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәте эшләй. Әлеге йылдың февралендә уларға 15 йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә улар үҙҙәрен кадастр хеҙмәттәре баҙарында ышаныслы һәм профессиональ ҡатнашыусы итеп күрһәтте. Быны клиенттарының улар тураһындағы фекерҙәре раҫлай.

Әлеге компания бөтә Төньяҡ-Көнсығыш территорияһында һәм күрше райондарҙа эшләй. Торлаҡ булмаған фондтағы күсемһеҙ милек объекттарын, торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙы кадастр иҫәбенә ҡуя. Компания эшмәкәрлеге даирәһенә шулай уҡ ыҙан һәм техник пландар төҙөү, ер төҙөлөшө объекттары карталарын (пландарын) әҙерләү, ер төҙөлөшө экспертизалары, бойондороҡһоҙ баҙар баһаһы уҙғарыу һәм юридик хеҙмәттәр инә. Бөтә эштәр ҙә заманса юғары дөрөҫлөктәге ҡорамалдар һәм юғары етештереүсән лицензиялы программа тәьминәтен файҙаланып бойомға ашырыла.

Ундай эштәр фәҡәт лицензиялы белгестәр тарафынан ғына башҡарыла. “Гарант плюс” йәмғиәте штаты һәр кадастр эштәрен уҙғарыу өсөн кәрәкле тәжрибә һәм белемгә эйә бул-ған хеҙмәткәрҙәрҙән тора. Директоры – кадастр инженеры Анна Саҙиҡова, 15 йыл эш тәжрибәһенә эйә, шулай уҡ бында кадастр инженеры Зефир Зөфәр улы (дөйөм эш стажы – 26 йыл), инженер-төҙөүсе Юлиә Кинйәбаева (3 йыл), техник-геодезист Татьяна Ледянкина (2 йыл) хеҙмәт итә.

Ер участкаларына ҡарата кадастр эшмәкәрлеген бойомға ашырыуға бары тик ғәмәлдә квалификациялы кадастр инженеры аттестаты булған кадастр инженерҙары ғына хоҡуҡлы. Шуға күрә был һөнәр белгестәренә талаптарҙың ярайһы уҡ юғары булыуы ғәжәп түгел. Сөнки беҙҙең заманда кадастр инженеры – ул үҙендә бер нисә һөнәрҙе берләштергән белгес булырға, йәғни геодезист, ерҙе файҙаланыу белгесе, баһалаусы һәм хатта юрист күнекмәләренә эйә булырға тейеш, ә иң мөһиме – уның бар эше техник инвентаризацияның күп йыллыҡ тарихына нигеҙләнә.