Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында яуаплы табип Наилә Ҡасимова етәкселегендә клиник-диагностик лаборатория эшләй.
Коллективта – һигеҙ медицина хеҙмәткәре: ике табип-лаборант (Гөлнәзирә Тимерғәзиева һәм Наилә Ҡасимова) һәм алты фельдшер-лаборант (Зөһрә Вәзирова, Эльвира Рамазанова, Гөлнәзирә Мусакәлимова, Людмила Луканина, Гөлнара Шаһимәрҙәнова, Зилә Зарипова). Был ҙур булмаған татыу коллектив тотош район халҡын хеҙмәтләндерә.
Лабораторияла амбулатория-поликлиника һәм стационарҙа дауаланыу-сы пациенттар ҡабул ителә. Хеҙмәттәр исемлегенә бушлай һәм түләүле нигеҙҙәге биохимик, дөйөм клиник, иммунологик, гематологик анализдар алыу инә.
Тикшереүҙәр һөҙөмтәләре ғәҙәттә шул уҡ көндө әҙер була, ә ашығыс кәрәкле анализдар – бер сәғәт эсендә (ҡайһы бер Өфөгә ебәрелеүсе анализдарҙан тыш). Төндә дежур итеү ҙә ойошторолған.
Был эш үҙенсәлекле, күп хеҙмәт, аныҡлыҡ, дөрөҫлөк һәм бөтә санитария нормаларының үтәлеүен талап итә. Хаталанырға ярамай. Хеҙмәт- кәрҙәр юғары сифатлы сит ил һәм үҙ илебеҙ реагенттарын файҙаланып, заманса ҡорамалдарҙа эшләй. Улар ярҙамында анализдар үткәреү процесы шәбәйеп, мөмкинлектәр даирәһе киңәйеп кенә ҡалмай, ә һөҙөмтәләрҙең дөрөҫлөгө арта. Ә биохимик тикшереүҙәр ярымавтомат биохимик анализатор конкурс өсөн хәреф "ҙ" ҡулланып уҙғарыла, ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик ныҡ дөрөҫ һөҙөмтәләр алырға мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ ҡан алыу процедураһының хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән. Лаборанттар бер тапҡыр ҡулланылыусы скарификаторҙар менән, маскалар һәм бирсәткәләр кейеп эшләй.
Лаборанттарҙың эше бик тығыҙ, сөнки улар көнөнә 120-130-ар кешене хеҙмәтләндерә.
Коллективтағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр үҙ-ара ярҙамға, ихтирамға һәм, әлбиттә, һөнәрҙәренә ҡарата һөйөүгә, түҙемлелеккә һәм сирлеләргә ҡарата шәфҡәтлелеккә ҡоролған.
Был ҙур булмаған коллектив алмаштырғыһыҙ эш башҡара – улар иҫәбендә күпме ҡотҡарылған ғүмер, уларҙың күпме кешегә һаулыҡтарын төҙәтергә ярҙам итеүе билдәһеҙ, сөнки аныҡ иҫәп алып барылмай. Улар бары тик үҙ эштәрен башҡара – ғүмерҙәрен һайлаған һөнәрҙәренә бирә.