Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
14 Июнь 2019, 13:07

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө!

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе хөрмәтле райондаштар!

Һөнәри байрамығыҙ – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлыларға арнайбыҙ беҙ был көндө барлыҡ теләктәребеҙҙе.

Һеҙ тормошоғоҙҙо үтә яуаплы, ҡатмарлы, әммә иң миһырбанлы һәм үтә кәрәкле һөнәр менән бәйләгәнһегеҙ. Ялһыҙ һәм байрамдарһыҙ һеҙ сабый- ҙарға донъяға килергә ярҙам итәһегеҙ, операция өҫтәле янында тораһығыҙ, кешеләрҙе ауыр сирҙәрҙән ҡотҡараһығыҙ, тәүге һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтәһегеҙ.

Һеҙҙең юғары профессионаллегегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡарар ҡабул итә белгәнегеҙ һәм оҫта эш иткәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе ҡабул итегеҙ. Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмер-ҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт.

Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, тотороҡлолоҡ, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйбеҙ.

Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ, именлек, сабырлыҡ, бәхет һәм эштәрегеҙҙең уң барыуын теләйбеҙ.

Район Советы һәм хакимиәте.



16 июндә аҡ халатлы кешеләр һөнәри байрамдарын билдәләй. Медицина хеҙмәткәре һөнәре теләһә ҡайһы йәмғиәттә лә айырым иҫәптә. Әгәр ғәҙәттәге кеше сит кешенең ғүмерен ҡотҡарһа, уны герой булараҡ ҙурлайҙар, награда тапшыралар, уның хаҡында гәзиттәрҙә яҙалар. Ә медицина хеҙмәткәре өсөн кешеләрҙе ҡотҡарыу көндәлек ауыр хеҙмәт булып тора. Ундай эштә хаталаныуҙың хаҡы бик юғары – ул башҡа кешенең ғүмере булырға мөмкин.

Район үҙәгендә медицина учреждениелары өсәү: Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы, “Ҡарағай” шифаханаһы һәм Мәсетле балалар шифаханаһы. Уларҙың хеҙмәткәрҙәре төрлө сирҙәрҙе дауалай, организмды сәләмәтләндереү менән шөғөлләнә, шуның менән кеше тормошондағы иң ҡәҙерле нәмәне – уның һаулығын ҡайтара.


Мәсетле балалар шифаханаһы етәкселеге һәм профкомы үҙенең хеҙмәткәрҙәрен Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлай! Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, яҡындары һәм туғандары һөйөүен, шәп кәйеф, оҙон ғүмер теләй.

Кешеләргә иткән изгелегегеҙ

Әйләнеп ҡайтһын үҙегеҙгә.

Ябай медицина хеҙмәткәре һеҙ,

Алтын кешеләр әммә.

Барығыҙҙы байрам менән,

Эшегеҙҙә һеҙ бит – алдынғы.

Өйөгөҙҙә лә бары шыма барһын,

Һаулығығыҙ булһын бик яҡшы!

* * *

Ҡәҙерле, хөрмәтле ҡыҙыбыҙ ЛИЛИӘ БАЯЗИТ ҡыҙы ШАБАНОВАны һөнәри байрамы – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайбыҙ. Һиңә күңел көрлөгө һәм һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.Шулай уҡ ғаиләбеҙ исеменән РАЯН ВӘИС улы МӨХӘМӘҘИЕВ һәм НАЗРИДДИН ИЗЗАТУЛЛА улы НУРАЛИЕВты, үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге коллективын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Розалия һәм Баязит ӘХТӘРОВТАР,

Оло Ыҡтамаҡ ауылы.

* * *

Участка табип-терапевы ЭЛЬВИРА ӘҒЛӘМ ҡыҙы ХАФИЗОВА һәм шәфҡәт туташы ЭЛЬЗА РИФАТ ҡыҙы НӘБИУЛЛИНАны, шулай уҡ үҙәк район дауаханаһының процедуралар кабинеты шәфҡәт туташтарын Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Уларҙың еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем. Иғтибарығыҙ һәм сирлеләргә ҡарата хәстәрлекле булыуығыҙ өсөн рәхмәт!

Александра Овчинникова.



Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

“Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы” Ҡырым Республикаһының Алушта ҡалаһында үткән “Һаулыҡ йорто-2019” һәр йылғы Бөтә Рәсәй форумы йомғаҡтары буйынса “Иң яҡшы балалар һаулыҡ йорто” һәм “Иң яҡшы физиотерапия технологиялары” номинацияларында ике көмөш миҙал менән бүләкләнде.


Ҡотлайбыҙ!

Һаулыҡ һаҡлау системаһында күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы Йонос фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Миндекамал Ғәлимхан ҡыҙы НАФИҠОВА Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.



Мәғлүмәт өсөн:

Оло Ыҡтамаҡ ҮРД-һында 48 табип хеҙмәт итә, шулар-ҙың 12-һе – юғары һәм 8-е – беренсе категориялы. Һигеҙ табиптың “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бар. Урта медицина персоналы – 183 кеше (60-ы – юғары, 16-һы – беренсе, 7-һе – икенсе категориялы).

“Ҡарағай” шифахана-һында 49 медицина хеҙмәткәре кешеләрҙе сәләмәтләндереү менән шөғөлләнә, шуларҙың араһынан 4 табип “БР-ҙың атҡаҙанған табибы”, 22-һе “БР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” исеменә эйә. 5 табип – юғары категориялы. Медперсонал – 42 кеше , уларҙың 17-һе юғары, 8-е – беренсе категориялы.

Мәсетле балалар шифаханаһында 7 табип (шулар-ҙың береһе – “БР-ҙың атҡаҙанған табибы”), 51 шәф-ҡәт туташы эшләй.