Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
14 Июнь 2019, 17:10

Мөһим бурыстар тора уның алдында

Кемгәлер эпидемиологтың хеҙмәте башҡа табиптарҙыҡынан күңел-һеҙерәк һәм әллә ни әһәмиәткә эйә түгел кеүек тойолалыр, бәлки, әммә был бөтөнләй улай түгел.

Тарихтан билдәле булыуынса, кешелек чума эпидемияһы арҡаһында әллә нисә тапҡыр бөтөү ҡурҡынысы аҫтында ҡала, тотош илдәр ҡырыла. Холера, дифтерия, сәсәк кеүек хәүефле сирҙәргә юл ҡуймау маҡсатында табип-эпидемиологтар эшләй. Туберкулезды еңеү, СПИД эпидемияһын туҡтатыу – был хәҙерге заман эпидемиологияһы бурыстарының тулы булмаған исемлеге.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында бына инде 23 йыл табип-эпидемиолог булып Рима Робинзоновна хеҙмәт итә. 1997 йылда ул Пермь дәүләт медицина университетын табип-эпидемиолог һөнәре буйынса тамамлай. Артабан үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай.

Һәр биш йыл һайын табип Башҡорт дәүләт медицина университетында “Эпидемиология” һөнәре буйынса квалификацияһын арттыра. Ул – беренсе категориялы табип, “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” тигән исеме бар.

– Минең һөнәрем йоғошло сир- ҙәрҙе иҫкәртеү сараларының мөһим урын биләп тороуы менән әһәмиәтле. Минеңсә, һәр кем аҙаҡ дауаланыуға ҙур аҡсалар сарыф иткәнсе, тәүҙән үк үҙ сәләмәтлеген һаҡлау һәм сирҙәргә юл ҡуймау тураһында уйларға тейеш. Эшемдә иң мөһиме – сирҙе шунда уҡ асыҡлау һәм хәүефле инфекция сығанағының таралыуына юл ҡуймау. Сир-ҙәрҙе иҫкәртеү, гигиена, сәләмәт йәшәү рәүеше – еребеҙҙә эпидемиологик торошто хәүефһеҙ итеп тотоуҙа мөһим фактор, – ти 23 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә эпидемиолог Рима Алюкова.