Бының өсөн уға айырым бер характерға, ифрат ҙур яуап-лылыҡ тойғоһона эйә булырға иғтибарлы, түҙемле, тыныс, йомшаҡ һәм, шул уҡ ваҡытта, ҡаты ла, тиҙ ҡарар ҡабул итергә һәләтле булырға кәрәк. Ул, һис шикһеҙ, йәне-тәне менән үҙ эшенә бирелгән, һөнәренең бар мөһимлеген һәм етдилеген аңлаған, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған һәм бөтөн ғүмерен кешеләргә арнарға риза кеше булырға тейеш.
20 йыл инде “Ҡарағай” шифаханаһында хеҙмәт итеүсе һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, юғары категориялы табип Фирҙәүес Әхмәтшина – тап ана шун-дайҙарҙың береһе. Ул – квалификациялы табип, коллегалары өсөн аҡыллы остаз һәм яҡшы дуҫ.
Фирҙәүес Мазһар ҡыҙы Мәсетле районының Йонос ауылында тыуған. Уның әсәһе ғүмере буйына дауаханала хирургия медсестраһы булып эшләгән, шуға күрә әле бала саҡта уҡ кешеләрҙе дауаларға ҡарар итә. Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, табип-терапевт һөнәрен ала, тәжрибә туплар өсөн тыуған яғына ҡайта, кейәүгә сыға. Хеҙмәт юлын үҙәк район дауаханаһында башлай, унда ете йыл эшләй. Һайлаған һөнәренә бер тапҡыр ҙа үкенмәй: был ауыр эштә уның барыһы ла һәм һәр ваҡыт килеп сыға. Рәхмәтле пациенттары һәм уларҙың туғандары уның эшенә иң юғары баһа бирә. Әлеге ваҡытта уның һөнәре икәү – табип-терапевт һәм ультратауыш диагностикаһы табибы.
– Эшем бик оҡшай. Кешеләргә ярҙам итеүҙән ҙур ҡәнәғәтлек алам. Миңә ҡалһа, был табип һөнәрендәге иң мөһим нәмә, – ти Фирҙәүес Мазһар ҡыҙы.
Героинябыҙ хеҙмәт иткән стационар дауалау шифаханаһына һөнәри сирле кешеләр килә, шулай уҡ бында район халҡына консультация хеҙмәттәре күрһәтелә. Табип-терапевтың төп эшмәкәрлеге – пациенттарҙы тәү ҡабул итеү һәм кәрәкле дауа тәғәйенләү. Диагноз күрһәткестәр нигеҙендә ҡуйыла – шифахананың үҙ клиник лабораторияһы һәм диагностика өсөн ҡорамалдары, шул иҫәптән ЭКГ аппараты бар.
Көнөнә уның ҡулынан 30-40 кеше үтә, һәр ҡайһыһының үҙ зары, һәр ҡайһыһына айырым ҡараш кәрәк.
Терапевт – универсаль белгес. Аҙыраҡ ауырып тороуын тойоп, ҡайһы ере ауырт-ҡанын белмәйенсә, төрлө йәштәге пациенттар тап уға килә. Шуға күрә терапевтың медицинаның бөтә өлкәләрендә лә белеме булырға, ул даими уҡырға тейеш. Мәҡәләбеҙҙең геройы тап шулай эшләй ҙә. Эштән буш ваҡытында нимә менән мауығыуына бәйле һорауға ул өй хужалығын алып барыуҙан тыш медицина вебинарҙарын ҡарауы тураһында әйтте.
Фирҙәүес Мазһар ҡыҙы тормошта. Айҙар Алкин улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр: өлкәне – хәрби хеҙмәткәр, кесеһе – Башҡорт медицина университеты студенты, ул да әсәһе юлынан китеп табип һөнәрен һайлаған.