Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
14 Июнь 2019, 16:12

Алтын ҡулдар

Массаж – бик күп төрлө сирҙәр ваҡытында дауалауҙың иҫ киткес һөҙөмтәләр һәм рәхәтлек биреүсе уникаль төрө, әгәр ҙә инде уны оҫта ҡуллы, үҙ эшенең ысын белгесе башҡарһа. Массаж яһаусы ысынлап та белгес булырға тейеш, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе – балаларыбыҙҙың һаулығын ышанып тапшырған ваҡытта – айырыуса.

Балалар шифаханаһында шундай профессионал бар – ул массаж буйынса шәфҡәт туташы Зөлфиә Мәғәҙән ҡыҙы Ҡәләмова. Тыумышы менән ул Ишәле ауылынан. Үҙ заманында апаһы Һатҡы медицина училищеһына уҡырға инә. Зөлфиә лә, апаһы өлгөһөнә эйәреп, шунда уҡ уҡырға бара. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, ул Екатеринбург ҡалаһына эшкә сығып китә. Унда шәфҡәт туташы булып госпиталдә хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта махсус курс үтеп, сертификатлы массаж яһаусы һөнәрен үҙләштерә.

2001 йылда Зөлфиә Мәғәҙән ҡыҙы тыуған яғына ҡайтып, балалар шифаханаһына эшкә урынлаша: башта процедуралар яһаусы, ә һуңынан массаж буйынса шәфҡәт туташы булып. Был эш еңелдән түгел, ҡайһы саҡ көн буйына бер генә тапҡыр ҙа ултырып алыу форсаты теймәй. Уның эш көнө 9-ҙан 16 сәғәткә тиклем дауам итә. Шул ваҡыт эсендә ул 15-17 бала ҡабул итергә өлгөрә.

Һәр бер һөнәр-ҙең отошло һәм кире яҡтары бар. Уның ҡыйын яғы шунда: эш аяғөҫтө башҡарыла, был аяҡтарға ғәйәт ҙур көс төшөрә; ҡулдарға артыҡ йөкләнеш бирелә һәм нервылар көсөргәнеше – массаж белгесенең иңендә үтә лә ҙур яуаплылыҡ ята, шуға күрә хаталар ебәрергә ярамай.

Ә бит эштән тыш Зөлфиә Ҡәләмованың ире һәм балалары көткән өйө лә бар бит. Барыһына ла өлгөрә, уның барыһы ла бик яҡшы килеп сыға.

Коллегалары уны профессиональ белгес булараҡ ҡына түгел, ә намыҫлы, изгелекле кеше булараҡ та маҡтап телгә ала. Бәләкәй пациенттарының барыһы ла уны йылмайып ҡаршы ала, тиҙәр, тимәк, бәйләнеш яйға һалын- ған һәм массаж файҙаға буласаҡ.

Күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн Зөлфиә Мәғәҙән ҡыҙы бихисап грамоталар менән бүләкләнгән. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән Почет грамотаһы ла бар.