Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
7 Июнь 2019, 14:05

Һөнәре – ярҙам итеү

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө Социаль хеҙмәткәр – профессия һәм эш кенә түгел, ә яҡын һәм ҡәҙерле кеше лә


Һулдан уңға: Флүр Дусмөхәмәтов, Зилә Ғиниәтуллина, Гөлназ Ҡадирова, Гөлназ Миндиәрова, Гөлнур Шәрипова.


Икмәк тә һатып алып килтерә, йыйыштыра ла, тыңлай ҙа. Социаль хеҙмәткәр Зилә Ғиниәтуллина инде 18 йылдан ашыу Йонос ауылындағы яңғыҙ пенсионерҙарҙың көтөп алған ҡунағы.

– Һөнәремде мин осраҡлы һайланым, тиергә була, бәлки, ул мине һайлағандыр. Был үҙәктә мин асылғанынан алып тиерлек эшләйем – быйыл бында урынлашҡаныма 18 йыл тулды, әммә күп йылдарҙан һуң да эшкә ҙур теләк менән йөрөйөм.

Мин өйҙә өлкән быуын кешеләренә ярҙам итәм. Улар 17 кеше, шулар иҫәбендә ике ғаилә пары бар. Уларҙың көнкүреш проблемаларын хәл итәм, өй йыйыштырырға булышам, ашарҙарына йылытып бирәм, ашатам. Ауыл ерендә йәшәгәс, хужалыҡ буйынса ла эш күп: бына яңыраҡ минең ҡарауҙағы бер кешегә картуф ултырттыҡ, – ти Зилә Мансур ҡыҙы.

Әммә социаль хеҙмәткәр ҡараған кешеләрҙең барыһы өсөн дә иң мөһиме икмәк килтереү, коммуналь хеҙмәттәргә түләргә ярҙам итеү йәки өйҙәрен йыйыштырып биреү түгел, ә аралашыу мөмкинлеге. Оло кешеләрҙең күбеһе өйҙәренән дә сыҡмай, тиерлек, улар- ҙың һөйләшер кешеләре юҡ. Ә Зилә Ғиниәтуллина пенсионерҙарға ундай мөмкинлек биреп кенә ҡалмай, ә быны айырым бер һиҙгерлек менән эшләй.

– Мәҫәлән, минең бер бабайым бар, ҡайһы ваҡыт мин унда сәғәт буйы булам, йә ҡан баҫымын үлсәйбеҙ, йә ул миңә сәйәсәт тураһында һөйләй башлай! Шунан нисек уны тыңлап бөтмәй сығып китәһең инде?! – ти Зилә Мансур ҡыҙы. – Сирҙәренә һәм тормоштарындағы ниндәйҙер проблемаларына ҡарамаҫтан, бик тә ыңғай һәм асыҡ кешеләр бар. Ундайҙар менән аралашыуы еңел. Ауырыраҡ кешеләр ҙә бар, ләкин уларға ла асҡыс табып була. Беҙҙең кеүек, улар ҙа – төрлө-төрлө.

Минең хеҙмәтләндереүҙә бер ғаилә конкурс өсөн хәреф "ө" пары бар, ир менән ҡатын бергә 50 йыл ғүмер кисергән. Уларға яҡшы кәйефтә киләһең дә, ҡайтҡанда ла еңел, тыныс күңел менән сығып китәһең. Улар бер ҡасан да зарланмай, үҙ ҡайғыларын кешегә ауҙармай, киреһенсә, күңел йылыһы менән уртаҡлашырға тырыша. Өлкән быуын, ветерандарыбыҙ – ул, ғөмүмән, алтын фонд, уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин, – ти әңгәмәсебеҙ.

Үҙ ҡарамағындағыларға ял көндәрендә лә ярҙам кәрәк булып китә. Ә социаль хеҙмәткәр һәр ваҡыт бәйләнештә, әгәр ни ҙә булһа кәрәкһә, уға телефондан шылтыраталар. Шуға күрә, Зилә Мансур ҡыҙы опекалағылары менән аҙнаһына ете көн күрешә.

– Эш хаҡы ҙур түгел, әлбиттә, ләкин кемгәлер эшләргә кәрәк бит. Мин уңдым: миндә насар ҡарттар юҡ! Бөтә әбей-бабайҙарым да һәйбәт. Ун һигеҙ йыл эсендә төрлө кешеләр эләкте, әлбиттә. Шулай ҙа һәр береһен аңларға тырышаһың, сөнки барыһының да үҙ холҡо, һәр кемдең күңелендә нимәлер ята. Тыңлап бөтөргә, хуплау һүҙҙәре табып күңелдәрен күтәреп ебәрергә тырышаһың, – ти героинябыҙ.

Уның эш көнө киске һигеҙ-туғыҙҙа ғына тамамланырға мөмкин. Әммә үҙ ғаиләһе уның шулай күп эшләүенә үпкәләмәй, киреһенсә, ире Сәғит Тимерхан улы һәм балалары Айгүзәл менән Айтуған мөмкин булғанынса ярҙам итәләр.

5 июндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә һәм Башҡортостандың дәүләт социаль яҡлау системаһының 100 йыллығына арналған тантаналы сара булды. Башҡортостан республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников Зилә Ғиниәтуллинаны Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләне. Шундай уҡ грамота Яңы Яуыш ауылы социаль хеҙмәткәре Гөлнур Ғиндулла ҡыҙы Шәриповаға ла тапшырылды. Уларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Флүр Дусмөхәмәтов, өйҙә социаль ярҙам бүлексәһе мөдире Гөлназ Миндиәрова оҙатып йөрөнө.


Әйткәндәй

Мәсетле районында ярҙамға мохтаждарға 29 социаль хеҙмәткәр өйҙәренә барып хеҙмәт күрһәтә, уларҙың хеҙмәтләндереүендә – 440 мәсетле.