Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
31 Май 2019, 14:06

Ут һәм металл дирижерҙары

Бөгөн – Рәсәйҙә иретеп йәбештереүселәр көнө Илдең бөтә иретеп йәбештереүселәре лә һөнәри байрамдарын эштәрҙең ҡыҙыу мәлендә – майҙың һуңғы йомаһында билдәләй. Был дата рәсми рәүештә раҫланмаған, шуға ҡарамаҫтан, уның ярайһы уҡ оҙайлы тарихы бар – уны XX быуаттың 90-сы йылдар башынан байрам итәләр.


Әлеге байрам алдынан беҙ 29 йыл эш стажына эйә газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсе Анатолий Крючков тураһында яҙырға булдыҡ. Был һөнәргә ул тиҙ генә килмәгән. Башта Свердловск өлкәһенең Березовский училищеһында слесарь-сантехник профессияһын алған. Шунан, 2-се ПМК-ла эшләгәндә иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Шул саҡтан бирле, 1971-ҙән 2000 йылға тиклем, ошо һөнәргә тоғро ҡала. Анатолий Иванович төрлө ойошмаларҙа: автотранспорт хужалығында, 9-сы ПМК-ла, үҙәк ҡаҙанлыҡта эшләй. Был предприятиеларҙың бер өлөшө күптән инде ябылған, ләкин ул эшләргә тура килгән коллективтарын йылылыҡ менән иҫкә ала.

Эш ваҡытында газдарҙың һәм йылылыҡтың күп бүленеүе арҡаһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен иң хәүефле һәм (конкурс өсөн хәреф "т") зыянлыларҙың береһенә индерәләр, әммә, ул барыһына ла яраҡлашырға һәм күнегергә була, тип раҫлай. Ысынлап та, ҡыҙған нәмәләр һәм юғары көсөргәнеш менән эшләү сәбәпле, етди имгәнеү хәүефе ярайһы уҡ юғары. Унан иретеп йәбештереүсене индивидуаль һаҡланыу саралары – махсус кейем ҡотҡара. Унһыҙ эшләргә рөхсәт итмәйәсәктәр.

– Был эштә хәүефһеҙлек техникаһы – иң беренсе һәм мөһим шарт. Ә тормошта иң мөһиме – ул, әлбиттә, һаулыҡ. Хәүеф- һеҙлек техникаһын үтәү генә иретеп йәбештереүселәргә производствола үҙҙәрен һаҡларға ярҙам итә. Күҙҙәрҙе һәм битте яҡтылыҡ нурҙарынан һаҡлау өсөн йөҙөбөҙҙө махсус щит йәки шлем менән ҡаплайбыҙ, ҡоро махсус кейем һәм бейәләйҙәр кейәбеҙ. Был профессия хәүефле, сөнки газ менән эшләйбеҙ, шуға күрә иғтибарлы булырға кәрәк һәм, әлбиттә, сварка күреү һәләтенә йоғонто яһай, –тип аңлата Анатолий Иванович.

Анатолий Крючков инде хаҡлы ялда. Уның ғаиләһе бик шәп: ҡатыны Валентина Гурьяновна менән 44 йыл бергә ғүмер кисергәндәр. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, ә хәҙер биш ейәндәренә һөйөнәләр.

– Электр менән иретеп йәбештереүсе һөнәренә күберәк кеше уҡырға барһын ине: беренсенән, бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаясаҡтар, икенсенән, хеҙмәт өсөн яҡшы түләнә. Ә профессионал булыу өсөн, иң беренсе, теорияны белергә кәрәк, сөнки сварка – ул үҙенсәлекле эш, – тип тамамлай һүҙен Анатолий Иванович.