Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
24 Май 2019, 16:09

Сикләнмәгән мөмкинлектәр һөнәре

Китапханалар районыбыҙҙың рухи тормошонда баһалап бөткөһөҙ роль уйнай.


Күп кенә яҡшы һәм изге күңелле кешеләр хеҙмәт итә беҙҙә. Улар араһында – Ләмәҙтамаҡ китапханаһының өлкән китапханасыһы Илгизә Лоҡманова. Ул үҙенең һөнәренә бына инде 32 йыл тоғро ҡала. Уның эшләгәнен күргән кешеләр Илгизә Риф ҡыҙының әүҙем, үҙ һөнәренә мөкиббән китеп бирелгән, райондың абруйлы һәм тәжрибәле китапханасыларының береһе булыуы менән килешер, моғайын.

Ижади кеше булараҡ, ул райондың ғына түгел, ә тотош тыуған яғыбыҙҙың китапхана һәм мәҙәни тормошонда булып ятҡан ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай.

Илгизә Лоҡманова хеҙмәт юлын башлаған ғына ваҡытта уның тарафынан “Хужабикәләр” ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбле төҙөлә. Бергәләп улар төрлө акциялар, саралар һәм конкурстар әҙерләүҙә һәм уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Ватансылыҡ һәм тыуған яғыбыҙға һөйөү тәрбиәләү буйынса балалар һәм йәштәр менән эшләүҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш тип иҫәпләй. Ҡумыҙҙа, гармунда, думбырала уйнай. Музыкаль һәләт уға әле олоғайғас та урындағы ансамблдә сығыш яһап йөрөгән, мандолинала һәм гармунда уйнаған әсәһе Сания Хәйҙәрованан күскәндер, күрәһең. Быйыл Илгизә Риф ҡыҙы Республика солистар, ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр өсөн семинар-практикумында теоретик һәм практик күнекмәләр циклын үтте. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2018” конкурсының “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” номинацияһында еңеүсе булды. Үрҙә һанап үтелгәндәрҙән тыш, ул сигеү менән мауыға һәм ҡайын туҙынан шедеврҙар тыуҙыра. Әле яңыраҡ ҡына уның яңы хоббийы барлыҡҡа килгән – ул китапхананың үҙендә урынлашҡан мини-музей. Унда мәҡәләбеҙҙең геройы боронғо әйберҙәр коллекцияһын йыя.

Китапханаға килеүселәр Илгизә Риф ҡыҙына китапханасы булараҡ та, күп кенә ауыл сараларын алып барыусы булараҡ та рәхмәт әйтә. Уларҙы ойоштороуҙа уға мәктәп, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ябай ауыл кешеләре ярҙам итә. Күмәкләп улар байрам программаларын, сығыштарҙы әҙерләйҙәр. Сөнки бергәләп тырышҡанда ғына эш уңа.

Әлбиттә был кешенең 32 йыллыҡ хеҙмәтен һәм эш тәжрибәһен гәзиттәге бер нисә юлға ғына һыйҙырып булмай. Эшләгәндәренең барыһы ла мөһим кеүек. Әммә Илгизә Риф ҡыҙының бына тигән ҡатын, әсә, өләсәй, коллега, әхирәт һәм яҡшы кеше булыуы тураһында телгә алып үтмәй мөмкин түгел. Ире менән бергә улар ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Тормошта улар һәр ҡайһыһы үҙ юлын тапҡан.


Район халҡын үҙәк район китапханаһы, 27 филиал, үҙәк моделле балалар китапханаһы һәм бер ауыл моделле китапханаһы хеҙмәтләндерә. Дөйөм фондты 305471 дана китап тәшкил итә, уларҙың 86-һы – аудио, 200-ө – электрон сығанаҡтарҙа. Бер йылда китап уҡыусылар һаны 15100 кеше булған, 508000 тапҡыр китап, 12000 белешмә бирелгән.

Шулай итеп, китапхана хеҙмәтләндереүе менән халыҡтың 65 проценты солғап алынған.

Һөнәри байрамдарын район китапханасылары төп эшмәкәрлектәрендә лә, мәҙәни өлкәлә лә яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршы ала.