Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сәләмләне. Ул: “Иҫтәлек һаҡлаусылар күп көс түгеп тыуған яҡты өйрәнеү буйынса материалдар йыйып, уникаль экспонаттарҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, ә үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү, йәм-ғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған ағартыу эшмәкәрлеге алып бара”, – тине.
Мәктәп музейҙары тураһында өҫтәмә белем биреү педагогы Фаил Хәйретдинов һөйләне.
– Районда 16 мәктәп музейы эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһының айырым бүлмәһе бар, мөмкин булғанса йыһазландырылғандар. 1-се лицей, Оло Аҡа һәм Яңы Мөслим мәктәптәре музейҙарына “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәктәп музейы” исеме бирелгән.
Мәктәптәр уҡыусылары материалдар йыя һәм уларҙы “Класс йылъяҙмаһы”, “Мәктәп тарихы”, “Колхоз тарихы”, “Ауыл тарихы”, “Сығарылыш уҡыусылары – мәктәп ғорурлығы” темалары буйынса туплай. Йыл һайын музейҙар төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Әлеге уҡыу йылында Яңы Мишәр мәктәбе музейы тарих уҡытыусыһы Наил Ғарипов етәкселегендә Волга буйы федераль округының “Ватан геройҙары” конкурсында ҡатнаша. Уларҙың эше Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповҡа арналған. Быйыл “Мин һине музейға алып барасаҡмын” республика акцияһына ҡушылаһы бар. Уның асылы район эсендә, ә һуңынан республиканың башҡа райондары һәм ҡалалары музейҙарының бер-береһенә йөрөүенә ҡайтып ҡала, – тине ул.
Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының һуңғы ҡаҙаныштары менән уның директоры Нәзирә Әхкәмова таныштырҙы. Музей-ҙың ikm-mechetly.ru сайтында виртуаль тур эшләнгән, уны өйҙән сыҡмай ғына инеп күрергә була.
Үткән йыл башынан музей предметтарын цифрлы форматҡа күсереү башланған. Хәҙер төп фондтың бөтә экспонаттары ла РФ дәүләт каталогына индерелгән. Хәрби дан залы асылған, уны биҙәү өсөн медицина хеҙмәте полковнигы, афған һуғышы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусы Ғәлимов Данистың улы Рөстәм экспозициялар өсөн витриналар һатып алып биргән.
Палеонтология коллекцияһы яңы экспонаттар менән тулыланған.
Төньяҡ-көнсығыш комплексы костюмдарын тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡарылған.
Артабан йыйылғандарҙың һәр береһе музей етәксеһе булараҡ үҙ эшмәкәрлегенең нисек башланыуы, был йүнәлештәге ҡаҙаныштары һәм проблемалары хаҡында һөйләне.
Осрашыу дуҫтарса һәм эшлекле атмосферала үтте. Районда музейҙарҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерелде, башҡарылған эш буйынса һығымталар яһалды һәм киләсәккә пландар билдәләнде.