Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Апрель 2019, 13:09

Халыҡ мәнфәғәтендә эшләйҙәр

21 апрель – Урындағы үҙидара көнө Урындағы үҙидара – иң ҡеүәтле инструменттарҙың береһе. уның ярҙамында граждандар үҙҙәренең идара итеүҙә ҡатнашыуға конституцион хоҡуҡтарын бойомға ашыра.


Мәсетле районы халҡы мәнфәғәтендә 76 муниципаль хеҙмәткәр эшләй.

Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре – әлеге хеҙмәттең лайыҡлы вәкилдәре. Был хакимиәт – мәктәп, мәҙәниәт йорто, ауыл хужалығы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре үҙ-ара килешеп эшләгән иң яҡшы ауыл биләмәләренең береһе. Бында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәровтың да хеҙмәте ҙур.

Хеҙмәт юлын ул Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң “Йондоҙ” йәмғиәтендә келәт мөдире булып 1998 йылда башлай. Баймөхәмәт Нурмөхәмәт улы – йәше буйынса ла, урындағы үҙидара органдарында эшләү тәжрибәһе буйынса ла иң йәш ауыл биләмәһе башлыҡтарының береһе. Уның тормош принциптары: ғәҙеллек, асыҡлыҡ һәм намыҫлылыҡ.

Эшендә ул ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур баҫым яһай. Башлыҡ булып эшләгән йыл ярым эсендә ауылдар тотошлайы менән тиерлек яҡтыр- тылған. Ясин ауылы зыяраты территорияһын урман фондынан ауыл биләмәһе ер участкаһы итеп күсереү тамамланған. Урындағы башланғыс- тарға ярҙам итеү программаһын ул тулыһынса хуплай. Уға ярашлы Көршәле һәм Аҙанғол ауылдары юлдары ремонтланған, Яңы Мишәр мәктәбенең тәҙрәләре алмаштырылған.

Башлыҡ шулай уҡ мәҙәниәт һәм спортҡа ҙур иғтибар бүлә. Былтыр шәхси эшҡыуар Марсель Ғәлләмов менән берлектә хоккей ҡумтаһы төҙөлгән. Мәҙәни саралар юғары кимәлдә үтә. Ауыл кешеләре ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар ала.

Ауыл биләмәһе хакимиәтендә 1996 йылдан бирле эшләгән эштәр менән идара итеүсе Гөлсөм Ғарипова – башлыҡтың төп ярҙамсыһы. Тормош тәжрибәһе, профессионаллек, еңел аралашыусанлыҡ уға ҡатмарлы хеҙмәттә – ауыл биләмәһе эштәре менән идара итергә мөмкинлек бирә. Хеҙмәте өсөн Гөлсөм Раян ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советының Рәхмәт хаты һәм район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Хәрби-иҫәп хеҙмәткәре Гүзәл Ханова менән ерҙе файҙаланыу белгесе Гөлнара Шафиҡова ла – яуаплы һәм тырыш, үҙ эштәрен беләләр, бурыстарын аныҡ һәм оператив башҡаралар.

Ғөмүмән, хакимиәттең татыу коллективы ауыл кешеләре тормошон яҡшыраҡ, уңайлыраҡ итергә тырыша, сөнки үҙ ауыл биләмәләре халҡының етеш тормошо өсөн эшләүҙе улар үҙҙәренең маҡсаты тип иҫәпләй.