Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Март 2019, 12:06

Ижад шатлығы бүләк итә

Ул көндәлек хеҙмәте менән олоһон да, кесеһен дә үҙ артынан һоҡланғыс гүзәллек донъяһына алып инеүселәрҙең һөнәри байрамы. Улар үҙ эштәрен ярата һәм оҙаҡ йылдар уға тоғро.

Районыбыҙҙа мәҙәни тормош бер урында тормай, төрлө саралар – фестивалдәр, конкурстар, концерттар уҙа, иң яҡшы үҙешмәкәр сәнғәт традициялары тағы ла арта, һәр төрлө күргәҙмәләр, экспозициялар үткәрелә.

Ауыл клубы – ул һәр ауылдың мәҙәни үҙәге. Унда тормош ҡайнай икән, тимәк, тирә-йүндә тереклек бар, тигән һүҙ. Мәҙәни ял үҙәге ауыл кешеләре тормошоноң айырып алғыһыҙ өлөшө булып тора, уларға бында ҡыҙыҡ, күңелле һәм рәхәт, бында уларҙың күңелдәре ял итә, бында улар аралашыу ләззәтен кисерә.

Бынан тыш, ауыл мәҙәниәт йорттары – ул тағы ла кешеләрҙе мәғлүмәтләндереү үҙәге лә, халыҡ менән власть араһын бәйләүсе звено. Шуға күрә унда, ҡағиҙә булараҡ, төрлө йәштәге, социаль хәлдәге кешеләрҙе берләштерә, тәғәйен бер кешегә күңел асҡысын таба белгән үҙенә күрә бер төрлө кешеләр хеҙмәт итә.

Наталья Меркурьева 2014 йылдан Буртаковка ауыл мәҙәниәт йорто мөдире вазифаһын үтәй. Эшендәге уңыштары өсөн ул бер нисә тапҡыр район кимәлендәге маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Наталья Павловна үҙ эшендә иң мөһиме – ныҡлы репетициялар, алда торған мәҙәни сараларға тир түгеп әҙерләнеү, тип иҫәпләй. Байрамдар, осрашыуҙар һәм конкурстарҙың ниндәй кимәлдә үтәсәге ошо әҙерлек эшенә бәйләнгән һәм, әлбиттә, бөтә мәҙәни эштең нигеҙе тип, героинябыҙ хеҙмәттәшлек һәм кешеләр менән аралашыуҙы атай.

– Мәҙәниәт хеҙмәткәре булыу – ул, тимәк, иң мауыҡтырғыс эштәр һәм сағыу ваҡиғалар уртаһында ҡайнау, төрлө йәштәге кешеләр менән аралашыу: әүҙем һәм ижади йәштәр менән бергә атлау, өлкән быуын кешеләренән тәрән аҡыл һәм тәжрибә алыу, балаларҙа бәләкәс талант йондоҙсоҡтарын ҡабыҙыу һәм ҡыҙыҡһыныусан, талапсан тамашасы алдында барыһына ла сағыу ялҡын булып янырға ярҙам итеү. Беҙҙең ауылда йәй көнө, йәштәр күберәк ҡайтҡан ваҡытта, байрамдар ысынлап та күңелле һәм күмәк кеше ҡатнашлығында үтә. Ул саҡта инде беҙҙә мәҙәни тормош ҡайнай. Костюмдар-ҙы үҙебеҙ тегәбеҙ һәм район сараларында шатланып улар-ҙы күрһәтәбеҙ. Ҡатмарлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштарыбыҙҙың еңел булмаған тормошон сағыуыраҡ, яҡтыраҡ, шәфҡәтлерәк, ҡы-ҙыҡлыраҡ итергә тырышабыҙ, ә был күпкә торошло, – ти Наталья Меркурьева.

Эшенән тыш, ул – бик шәп хужабикә лә, өс ҡыҙ әсәһе һәм бер ейәненә ярат-ҡан өләсәй, ғөмүмән, барыһына ла күңел йылыһын еткерә белгән изгелекле ҡатын, ә был һәр эштә мөһим.