Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
18 Март 2019, 18:04

Яуаплы водитель, иғтибарлы хеҙмәткәр

Марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә ТКХ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә



Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе халыҡ тормошона йәм өҫтәй һәм уңайлылыҡ килтерә. Был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре йорттарҙа һыу, газ, ут һәм йылы булыуын тәьмин итә. Улар территорияларҙы, ихаталарҙы, парктарҙы, урамдарҙы таҙартыу менән шөғөлләнә.

Тормошобоҙға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу буйынса яңы ҡағиҙәләрҙе индереү менән, беҙ районыбыҙ торлаҡ-коммуналь хужалығының яйға һалынған эшенең мөһимлегенә тағы ла бер ҡат инандыҡ.

Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡының шәхси ихаталарынан сүп сығарыу менән шөғөлләнеүселәрҙең береһе – “Мәсетле һыу каналы” йәмғиәте водителе Фәнис Сәхәүетдинов. Был ойошмалағы эшен ул 2004 йылда башлай. Фәнис Миҙхәт улы ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә яуаплы ҡарауы менән айырылып тора.

Водителдең эш көнө иртән иртүк башлана һәм кисен бик һуң ғына тамамлана. Тонналаған көнкүреш ҡалдыҡтарын сүплеккә илтеү өсөн махсус машина ауылдың урамдары буйлап йөрөй. Бында таһыллыҡ та, етеҙлек тә, һәм, әлбиттә, эшһөйәрлек тә мөһим.

“Мәсетле һыу каналы” йәмғиәте директоры Илдус Фазлыевтың һүҙҙәренсә, ул хаҡлы рәүештә коллегаларының ихтирамы менән файҙалана. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ойошманың почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Фәнис Сәхәүетдиновтың водитель стажы – 28 йыл, шуларҙың 14-те – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә. Ошо йылдар эсендә ул кәрәкле тәжрибә туплаған һәм бөгөн үҙ эшенең бөтөн нескәлектәрен белә. Профессионаллек һәм кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүҙе ул иң мөһим сифаттарҙың береһе тип иҫәпләй.

– Яңы “Сүп-сар” реформаһын индереү менән, халыҡта бихисап һорау- ҙар тыуа, – тип уртаҡлаша водитель. – Халыҡ араһында миңә ризаһыҙлыҡтарын әйткән кешеләр ҙә бар. Шатланып ярҙам итер инем дә ул, тик ундай мәсьәләләрҙе мин хәл итмәйем.

Ләкин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе кешеләренең хеҙмәтен баһалап еткермәү ярамай, сөнки тыуған ауылыбыҙ һәм районыбыҙҙың таҙалығы һәм бөхтәлеге тап уларға бәйләнгән.