Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
1 Март 2019, 13:08

Эҙләү һәм табыу – уның төп бурысы

1 мартта Рәсәйҙә эксперт-криминалист көнө билдәләнә

1919 йылдың нәҡ ошо көнөндә Рәсәйҙең енәйәтселәрҙе эҙләү системаһында суд экспертизаһы кабинеты – Рәсәй эске эштәр органдарында тәүге эксперттар бүлексәһе барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта был хеҙмәт Центророзыск тип атала.

Был дата уңайынан беҙ Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә хеҙмәт иткән эксперт – полиция капитаны Роберт Зинәтуллин тураһында һөйләргә булдыҡ. Эске эштәр бүлегендә хеҙмәт юлын ул 2003 йылда милиционер-кинолог булып башлай. Ә 2010 йылда Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Мәсетле районында урынлашҡан 2-се экспертиза-криминалистика бүлегенә эксперт вазифаһына тәғәйенләнә. Роберт Ғәфүр улы ошо ваҡыт эсендә дәүләт наградаларына лайыҡ булып та өлгөргән: I һәм II дәрәжәләге “Хеҙмәттәге отличие өсөн” миҙалдары бар.

– Эксперт енәйәтте раҫлаусы әйберҙәр менән эш итә: ваҡиға урынындағы хәл-шартты фотоға төшөрә, енәйәткә бәйле әйберҙәрҙе асыҡлай һәм йыя, уларҙы беренсел тикшереүҙе үткәрә. Артабан эште алып бар-ған тәфтишсенең ҡарары буйынса экспертиза үткәрә һәм һығымта яһай. Һуңынан был йыйған мәғлүмәт ғәйепте йәки, киреһенсә, ғәйепһеҙ булыуҙы судта раҫлай, – ти Роберт Зинәтуллин.

Криминалистика белгесенә енәйәт урынында ҡайһы ваҡыт сәғәттәр дауамында булырға тура килә, сөнки балсыҡта йәки ҡарҙа тороп ҡалған тәгәрмәс һәм аяҡ кейеме эҙҙәре генә енәйәтте асыу өсөн аҙ. Мәҫәлән, автомобилде ватып ингән енәйәтселәр-ҙең ҡалдырған эҙҙәрен табыу өсөн машина кузовын сантиметрлап тикшерәләр. Күпме түҙемлек кәрәк был эштә! Бармаҡ эҙҙәрен генә лә тикшереп ултырыу өсөн бихисап ваҡыт һәм түҙемлек талап ителә. Әммә, нәҡ ошо күҙгә күренмәҫ эҙҙәр ваҡиға картинаһын тергеҙергә, енәйәтсене йәки мөһим шаһитты табырға ярҙам итә.

Эске эштәр бүлегендә хеҙмәткә күп ваҡыт бағышлана, әммә өйөнә ҡайт-ҡас та Роберт Ғәфүр улы эш тураһында уйлауын дауам итә. Ғаилә башлығының эш графигы тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, уның ғаиләһе өсөн һәр саҡ ваҡыты табыла: ул – яҡшы ир һәм атай.