Туған тел һәр милләт өсөн төп байлыҡ һәм ғорурлыҡ булып тора. Үҙ туған телебеҙгә үҫеп килгән быуындың иғтибарын йәлеп итеүҙә, улар күңелендә телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә, ырыу һәм милләт тарихы менән таныштырыуҙа педагогтарҙың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Түбәнге Бобин урта дөйөм белем биреү мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Анна Рамазанова балалар күңелендә туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуға өлгәшә. 2003 йылда ул ситтән тороп Урал дәүләт педагогия университетын тамамлай. Уның педагогик биографияһы – өҙлөкһөҙ камиллашыу, даими уҡыу, педагогик оҫталыҡҡа ирешеү. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса ойоштороусы, завуч, директор, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы – 2016” район конкурсы еңеүсеһе, мәғариф алдынғыһы – уның педагогик карьераһы баҫҡыстары. Анна Николаевна мәғариф бүлеге, район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының күп һанлы грамоталары менән бүләкләнгән.
– Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы булып эшләп, үҙ алдыма уҡыу-сыларҙа үҙ телебеҙгә генә түгел, ә башҡа халыҡтар телдәренә лә һөйөү тәрбиәләү бурысы ҡуям. Телде белеү беҙҙең көндә бик тә кәрәкле. Һәр дәүер кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә, шул иҫәптән мәғарифта үҙ бурыстарын ҡуя. Бөгөн белемле кешегә милләт-ара аралашыу теле булараҡ рус телен яҡшы белеү мөһим. Туған телең менән бер рәттән башҡа телдәрҙә лә аралаша белеү төрлө милләт мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге биреп кенә ҡалмай, ә үҙ телеңдең матурлығын һәм уникаллеген аңларға ярҙам итә. Һәр милләт үҙ хал-ҡының телен һаҡлап ҡалырға бурыслы, һәр кеше үҙ теленә генә түгел, башҡа милләт телдәренә лә хөрмәт менән ҡарарға тейеш. Ә педагогтың маҡсаты – ошоларға ирешергә ярҙам итеү, – ти Анна Николаевна.
Туған тел – милли байлыҡ һәм уны киләсәк быуынға һаҡлап алып ҡалыу – беҙҙең төп һәм мөһим бурысыбыҙ.