Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
30 Ноябрь 2018, 11:48

Үҙ халҡына хеҙмәт итә

1 декабрҙә билдәләнәсәк һөнәри байрам неврологтарға бағышланған. Неврологтар – үҙҙәрен башҡалар сәләмәтлеге хаҡына бағышлаған кешеләр.

Роза Ғәҙелшина күп йылдар “Ҡарағай” шифаханаһында хеҙмәт итә. Профессияһының ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, ул ошо һөнәрҙе һайлауына һис үкенмәй.

– Мин бала саҡтан уҡ табип бу- лырға теләй инем, – ти ул. – Невролог һөнәрен аңлы рәүештә һайланым.

Медицина училищеһын тамамлағандан һуң Роза Хөрмәт ҡыҙы Ҡорғат фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай. Ул ауыл кешеләренә табип ярҙамы үтә лә кәрәк булыуын яҡшы аңлай һәм Свердловск дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Тейешле белемгә эйә булып һәм невролог дипломы алып, ул тыуған районына әйләнеп ҡайта.

1990 йылдан башлап Роза Хөрмәт ҡыҙы үҙәк район дауаханаһында эшләй. Ул бар районға берҙән-бер невролог була. Табипҡа төрлө кешеләр мөрәжәғәт итә: кемдер сәләмәтлегенә зар-лана, икенселәргә психологик ярҙам кәрәк була, ә ҡайһыларына терапия ярҙамы күрһәтергә тура килә. Бик йыш үҙәктән алыҫ ятҡан ауылдарға сыға.

– Эштең еңел булмауына ҡарамаҫтан, ошо һөнәрҙе һайлағаным өсөн бер тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы, – ти Роза Хөрмәт ҡыҙы.

2001 йылдан “Ҡарағай” шифаханаһында эшләй. Әммә ул ял итеүселәр менән генә сикләнмәй, ә райондан мөрәжәғәт итеп килеүселәргә лә яр- ҙам итә.

Үҙ эше тураһында ҙур теләк менән һөйләй:

– Шифаханала невралгия сирҙәрен дауалау өсөн ҙур дауалау базаһы бар. Бында беҙ дөйөм терапия йүнәлешендәге сирҙәрҙән тыш периферик һәм үҙәк нервы системаһы сирҙәре менән кешеләрҙе лә дауалайбыҙ. “Ҡарағай” шифаханаһы директоры Фәрит Каевтың тырышлығы менән умыртҡа һөйәген дауалау бүлеге асылды, унда беҙ умырт-ҡа һөйәген тарттырабыҙ һәм кинезиотерапия үткәрәбеҙ.

Был хеҙмәткә ял итеүселәр араһында ла, район халҡы араһында ла һорау ҙур.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн Роза Хөрмәт ҡыҙы “БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы”, “Хеҙмәт ветераны” исемдәренә, Баш-ҡортостан Республикаһының маҡтау ҡағыҙына, Мәсетле районы хакимиәтенең, Социаль страховкалау фондының һәм БР курорттары идараһының рәхмәт хаттарына һәм маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ.

Невролог – мөһим һәм яуаплы һөнәр. Роза Ғәҙелшина шифаханала эшләүенә һәм районына файҙа килтереүенә бик ҡыуана.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.