Барыһынан да йышыраҡ беҙ ниндәй ҙә булһа батырлыҡ яһаған – кешене ҡотҡарған йәки тапҡан, ҡурҡыныс енәйәтсене тотҡан полиция хеҙмәткәрҙәре тураһында ишетәбеҙ. Участковыйҙар-ҙың көн һайын башҡарған бер төрлө эше тураһында телгә алыусылар бик аҙ. Уларҙың һөнәри байрамдары алдынан беҙ кешеләр үҙҙәренә ярҙам кәрәккәндә мөрәжәғәт иткән полиция хеҙмәткәре менән аралашырға булдыҡ.
Таныштырырға рөхсәт итегеҙ: өлкән участка уполномоченныйы, полиция майоры Руслан Ғилманшин. Район эске эштәр бүлегендә инде егерме йыл хеҙмәт итә. Уның эш стажының яртыһы – участка уполномоченныйҙары бүлегендәге хеҙмәт.
Ун йыл элек ауыл участковыйы эшенә сумып, Руслан Ғилманшин бөгөн дә ғорурлыҡ менән хеҙмәтен алып бара. Ул көндәрҙе ялдарға һәм эш көндәренә бүлмәй, сөнки бәлә уйламағанда килергә мөмкин. Шуға күрә ул һәр ваҡыт хеҙмәттә. Был полицейскийҙы эшендә лә, участкаһында йәшәгән кешеләр ҙә хөрмәт итә. Ауыл халҡының бөтә үтенестәренә лә ул тиҙ генә яуап ҡайтара, территорияһындағы тәртипте күҙәтә һәм төрлө мәсьәләләрҙә биләмә хакимиәтенә һәр төрлө булышлыҡ күрһәтә. Руслан Рамзи улына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин икәнен ауылда һәр кем белә. Граждандар тормошонда ул ысынлап та ҡатнаша. Шуның менән бергә был ҡатнашлыҡ уларҙың ғүмер- ҙәрен ҡотҡара.
Геройымдың ялҡытҡыс бер төрлө эше кинолағы идеалдан йыраҡ – пистолеттар ҙа, баҫтырышыуҙар ҙа, хәйләкәр яуыздар ҙа юҡ. Көн һайын уны ҡағыҙҙар, отчеттар, ғауғасыл кешеләр-ҙең үҙҙәре кеүек үк ғауғасыл күршеләренә, ағай-энеһенә, апай-һеңлеһенә, ирҙәренә йәки ҡатындарына ҡарата ялыуҙары һәм ғаризалары көтә. Барыһына ла яуап бирергә кәрәк. Участка уполномоченныйының эш көнө район үҙәгенә шылтыратыуҙан, мотлаҡ планерканан башлана. Кәңәшмәлә бурыс-тар ҡуйыла, йөрөп сығырға кәрәкле адрестар билдәләнә.
– Участковый эше ҡағыҙ эшенә һәм халыҡ менән эшләүгә бүленә, шуның менән бергә ҡағыҙҙар ваҡыттың яртыһынан күберәген ала. Ә бит минең эшем – кабинетта ултырыу түгел. Һине бөгөн ни көткәнен бер ҡасан да бел- мәйһең, – тип уртаҡлаша полиция хеҙмәткәре.
Көн һайын билдәле бер контингент менән аралашыу өсөн ныҡлы сыҙамлылыҡ, яҡшы физик әҙерлек һәм ғәйәт ҙур рух көсө һәм, әлбиттә, ғаилә терәге кәрәк.
– Ҡайһы ваҡыт яҡындарым менән аралашыу өсөн ваҡытым бик аҙ булһа ла, ғаиләмдең эшемдең бөтөн ҡатмарлылығын аңлауына шатмын, – ти тәртип һаҡсыһы. Руслан Рамзи улы ҡатыны менән никахта 18 йыл йәшәй. Ике бала тәрбиәләйҙәр.