Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Ноябрь 2018, 18:00

Дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү – уның төп бурысы

14 ноябрҙә донъяла иң әһәмиәтле социаль һөнәрҙәрҙең береһенә эйә булыусылар – логопедтар халыҡ-ара байрамдарын билдәләй. Замана балалары араһында телмәрҙең дөрөҫ булмауы йыш таралған күренеш булып тора. Ундай етешһеҙлектәрҙе бары тик профессиональ логопед ҡына төҙәтә һәм бөтөрә.

Ошондай логопедтарҙың береһе – 19 йыл Мәсетле районы мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән, шуның 13 йылын Башҡорт гимназияһында уҡытыусы-логопед булып эшләгән Гөлнара Нуретдинова. Ул бер үк ваҡытта “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән дә шөғөлләнә.

Гөлнара Ғәфүр ҡыҙы Баш-ҡорт дәүләт педагогия институтының мәктәпкәсә педагогика һәм психология факультетында “логопедия” һөнәре буйынса белем ала. Хеҙмәт юлын “Ромашка” балалар баҡсаһында башлай. “Миләш” балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡара. Бөгөн Башҡорт гимназияһында төп эшмәкәрлеген алып барған юғары категориялы логопедтың бар көсө балаларҙы дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Ул өндәрҙе яңылыш әйтеүҙе төҙәтеп кенә ҡалмай, ә телмәрҙең бөтә яғы: грамматика, лексика, һүҙлекте байытыу өҫтөндә эшләй.

Ҡыҙғансыҡа күрә, ололарҙың балаларының телмәренә бик үк иғтибар биреп бармауҙары йыш ҡына күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә. Шуға күрә Гөлнара Ғәфүр ҡыҙы телмәрҙәрендә етешһеҙлектәр булған балаларҙың ата-әсәләренә уларҙың проблемаларын ваҡытында хәл итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Сөнки өндәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәү артабан белем алыу процесында яҙыу һәм уҡыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырасаҡ.

Ни өсөн эшен яратыуы тураһында һорауға Гөлнара Ғәфүр ҡыҙы ышаныслы яуап бирҙе.

– Һәр кемдең үҙ юлы, үҙ булмышы. Минең өсөн – ул мәктәп. Логопед булып эшләү дәүеремдә медицина шәфҡәтлелеген, педагогика аҡылын, психология нес-кәлектәрен берләштергән иң гуманлы һөнәр һайлауыма ҡыуанып бөтә алмайым.

Уңышлы хеҙмәте өсөн уҡытыусы-логопед мәктәп, район мәғариф бүлеге етәкселәре һәм район хакимиәте тарафынан бүләкләнгән. Берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа юғары профессиональ кимәле өсөн 2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән баһаланған.

Айгөл ШАРАПОВА.