Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Ноябрь 2018, 14:00

Тәфтишсенең эше кешеләргә ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота

Йыл һайын беҙ ноябрҙә хеҙмәт бурысы буйынса хоҡуҡ тәртибен һаҡлаған, тревога булыу менән автомобиль алып ҡасыусыны эләктерергә йәки енәйәтсене тоторға сығып, эш көндәрендә лә, байрамдарҙа ла эштә булғандарҙы ҙурлап ҡотлайбыҙ. Һөнәри байрамдары алдынан беҙ Рәсәй МВД-һының Мәсетле районы буйынса бүлегенең тәфтиш бүлексәһе тәфтишсеһе, үткән йыл йомғаҡтары буйынса һөнәре буйынса иң яҡшы тип табылған юстиция капитаны Илнур Рәис улы Вәхитов менән осраштыҡ.

Илнур Рәис улы Салауат районының Илтәй ауылында уҡытыусы менән ябай эшсе ғаиләһендә тыуып үҫкән. Шунда уҡ мәктәпте тамамлаған. Математика класында уҡыған. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инеп, “Хоҡуҡ белемен” үҙләштергән. Һуңыраҡ ситтән тороп БДУ-ның хоҡуҡ институтын тамамлаған.

Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә 2013 йылдан хеҙмәт итә. Уның эше енәйәттәрҙе асыуға, енәйәтселәр- ҙе билдәләүгә һәм фашлауға, шулай уҡ кешене законды аша атлап үтергә мәжбүр итеүсе сәбәптәр һәм шарттарҙы асыҡлауға ҡайтып ҡала.

– Минең өсөн тәфтишсенең эше кешеләргә ярҙам итеүҙе, уларҙы енәйәт эштәренән яҡлауҙы күҙ уңында тота, – ти Илнур Рәис улы. Кеше яҙмыштары һәм тормоштары боҙолоуын иҫтә тотоу мөһим, һәр кемгә ярҙам итергә ынтылырға кәрәк. Миңә теге йәки был эш буйынса үҙ аллы етди ҡарарҙар ҡабул итеү оҡшай.

Тәфтишсенең эш көнө сикләнмәгән. Факт булараҡ, ул көнөн дә, төнөн дә эштә. Иртән иртүк килә, кис һуң ғына ҡайтып китә.

– Тәфтишсе булып эшләү өсөн тотанаҡлы, стресҡа ҡаршы тороусан, баҫылып эшләүсән булырға – башҡа нәмәләрҙең барыһын да онотоп, тик эш тураһында ғына уйларға кәрәк. Был эштәге ауырлыҡ нигеҙҙә берәү – ваҡыт етешмәүе. Тәүлектә ни бары 24 сәғәт кенә икәнлегенә ҡайғыраһың. Нормаға һалынмаған эш көнө йыш ҡына һуҙыла, ә эштәр әле һаман ҡала. Беҙгә ваҡыт бирелә, барыһын да эшләп өлгөрөргә кәрәк, ә өлгөрөргә кәрәк нәмәләр күп. Эске эштәр органдарында минең хеҙмәт стажым әллә ни ҙур түгел, өйрәнәһе нәмәләр бар әле, – ти юстиция капи-таны.

Илнур Вәхитов өйләнгән, ҡыҙы бар. Эштән буш ваҡытында бала тәрбиәләү менән шөғөлләнә.

Наталья РУСИНОВА.