Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Ноябрь 2018, 19:00

Кешеләр менән уртаҡ тел таба белә

Йыл һайын 12 ноябрҙә илебеҙҙә Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй.

Күпселегебеҙ көн һайын Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре менән осраша: аҡса күсерәбеҙ, кредит алабыҙ һәм һаҡлауға аҡса һалабыҙ, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләйбеҙ. Ә күптәр Һаҡлыҡ банкы сығарған пластик карталар ярҙамында хеҙмәт хаҡын ала. Былар барыһы ла ошо һөнәр-ҙең мөһимлеге һәм кәрәклеге тураһында һөйләй.

Һәр банк хеҙмәткәре эштең айышына төшөнөргә һәм бәхәсле хәлдәрҙә тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белергә тейеш. Был өлкәлә көн дауамында иғтибарлы булыу мөһим, арыуға юл ҡуйылмай. Бәләкәй генә хата ла ҙур финанс һәм матди яуаплылыҡҡа килтерергә мөмкин, шулай уҡ уның үҙе һәм клиент өсөн күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал.

Ильза Вәисова – Рәсәй һаҡлыҡ банкының Оло Аҡа ауылындағы филиалында халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса өлкән менеджер. Банк эшенә хеҙмәт биографияһының күп йылдары бағышлан-ған – был өлкәлә стажы 15 йыл. Үҙенең хеҙмәт бурыстарын Ильза Ғилмийән ҡыҙы грамоталы һәм намыҫлы баш-ҡара, хәл-шарттарҙа тиҙ генә сығыу юлын таба һәм һәр кеше менән аралаша белеү һәләтенә эйә. Коллегалары һәм клиенттар уның хаҡында тик яҡшы фекерҙә.

Оҙаҡ йылдар банк эшен уңышлы алып барғаны һәм юғары хеҙмәт күрһәткестәренә ирешкәне өсөн Рәсәй Һаҡлыҡ банкының рәхмәт хаттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

Шулай уҡ Ильза Вәисова – хәстәрлекле ҡатын, күп балалы әсә, һөйөклө өләсәй, оҫта хужабикә.

Ире Раил менән ике балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло йөрәкле ғаилә ике балаһы эргәһенә тағы ла бер баланы ҡарауға алған. Бөгөн улар барыһы ла юғары уҡыу йорттарында белем ала.

Наталья РУСИНОВА.