Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
6 Ноябрь 2018, 18:01

Бар ҙурлау-хөрмәтләүҙәр – республиканың агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәренә

31 октябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр.

Был көндө Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен – иртә таңдан ҡояш байығансы, алһыҙ-ялһыҙ ерҙә хеҙмәт иткән, икмәк һәм йәшелсә үҫтергән, беҙҙең өҫтәлдәрҙә ит, һөт һәм башҡа аҙыҡ-түлек булыуын хәстәрләүселәрҙе ҙурлап ҡотланылар.

Тантананың рәсми өлөшөндә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡотланы. Ул быйыл республикала 3,3 млн тоннанан ашыу иген йыйып алынған, агросәнәғәт комплексы продукцияһының күләме 120 млрд һумға еткән, тине. Башҡортостан артабан да илебеҙҙең аграр производствоһы лидерҙары иҫәбендәге позицияһын нығытасаҡ. Бының өсөн яңы эш урындары булдырыласаҡ, ауыл кешеләренең килем кимәле артасаҡ.

Тантаналы сарала ете кешенән тор-ған беҙҙең район делегацияһы ла, шул иҫәптән Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин булды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендәге алдынғы хеҙмәткәрҙәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. “Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Владимир Филимонов “Иң яҡшы мәғлүмәт-консультация үҙәге” һәм “Аҡтау” йәмғиәте директоры Илдар Ниғәмәтйәнов “Ауыл хужалығы производствоһындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн” Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдарына лайыҡ булды.

“Ленинский” АПК-һының сусҡа ҡараусыһы Флорида Редькина һәм “Йондоҙ” йәмғиәтенең машина менән һауыу операторы Зәлифә Мөхәмәтйәнова Башҡортостан Республикаһының почет грамоталары менән бүләкләнде.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА

әҙерләне.