Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
31 Октябрь 2018, 14:01

Хатаға хоҡуғыбыҙ юҡ

1 ноябрҙә Рәсәйҙә суд приставтары һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошоға бәйле районыбыҙҙа был хеҙмәттең эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барасаҡ бөгөн.

Әлеге ваҡытта суд прис-тавтары бүлегендә 13 кеше хеҙмәт итә: начальник – өлкән суд приставы урынбаҫары А. Хәйретдинов, суд приставы-башҡарыусылар Р. Әмиров, Ю. Хәлилова, Р. Ғәләйев, суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеү буйынса суд приставтары А. Ҡәләмов, Ш. Вәлиев, В. Ғәлләмов, Т. Хәйруллин, тәүтикшереүсе Р. Абдуллин, 2 разрядлы өлкән белгес Н. Йомағужина, водитель О. Лосев, техник хеҙмәткәр Ә. Фәрхитова. Йыл башынан бүлек 8270 башҡарыу эше ҡуҙғатҡан, октябрь һуңына шуларҙың 5387-һе тамамланған. 32 млн һумдан ашыу аҡса түләттерелгән, төрлө кимәлдәге бюджеттар-ға – 17 млн һумдан ашыу. Шулай уҡ йыл башынан алименттар түләтеү буйынса 250 башҡарыу эше бар ине, йыл дауамында бөтә нигеҙҙәр буйынса 108 эш тамамланған, алимент түләргә бурыслы 72 кеше эшкә урынлашты- рылған.

Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итә. Ағымдағы йылда улар судьяларҙың хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә 525 заявкаһын үтәне. Уларҙың 254-те –мировой судтан, 271-е – федераль судтан. Шулай уҡ судьяларҙың граждандар-ҙы судҡа мәжбүри килтереү тураһында 20 ҡарарын, суд приставы-башҡарыусыға килтереү тураһында 152 ҡарарҙы үтәгәндәр.

Тәүтикшереүсе тарафынан алимент түләүҙән баш тартыусыларға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса 14 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйған өсөн 73 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Дөйөм алғанда, беҙҙең коллектив татыу һәм берҙәм эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла һөнәри талаптарға тап килә, ҡуйылған бурыстарҙы ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Беҙҙең хеҙмәттә йыш ҡына бурысын түләргә тейешле кешенең генә түгел, ә башҡарыусының үҙендә лә кире тойғолар уяна. Әммә эшмәкәрлеге барышында суд приставының хатаға, тупаҫлыҡҡа хоҡуғы юҡ. Хеҙмәтебеҙ һөнәри оҫталыҡты даими камиллаштырыуҙы, беҙҙән алда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең иң яҡшы традицияларын арттырыуҙы талап итә.

Илдар Шәйәхмәтов,

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Мәсетле районы

буйынса бүлеге начальнигы – өлкән суд приставы.