Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
29 Октябрь 2018, 18:08

Водитель эшендә иң мөһиме – яуаплылыҡ

Тормош үҙгәрә, уның ритмы ла шәбәйә. Хәҙер беҙгә ғәҙәти көнөбөҙҙө лә автомобилһеҙ, автобустар, маршруткаларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Водитель һөнәре иң талап ителгәндәрҙең береһенә әүерелде. Транспорт сараһының руле ышаныслы ҡулдарҙа булырға тейеш, сөнки беҙҙең ғүмеребеҙ һәм уның сифаты ла шоферҙарҙың көндәлек хеҙмәтенең намыҫлылығына бәйле. Пассажирҙар, аҙыҡ-түлек, һәр төрлө йөк ташыу – улар өҫтөндә бит. Ә полиция, янғын һағы, кеүек айырым хеҙмәттәрҙә, мәҫәлән, телефон элемтәһендә эшләүсе водителдәрҙең роле тураһында әйтеп тә тораһы түгел.

“Башинформсвязь” ААЙ-һының Оло Ыҡтамаҡ линия цехы автотранспорт төркөмөнөң еңел автомобиль водителе Фәғил Ғиниәтовтың (һүрәттә) водитель стажы аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – 28 йыл. Шуларҙың 21 йылын ул монтерҙар һәм кабелселәр менән бергә район юлдары буйлап йөрөй. Районыбыҙҙағы ауылдарҙың һәр урамында булған.

– Фәғил Миҙхәт улы линия цехында эшләү дәүерендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте, яуаплы һәм әҙәпле, йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша, ҡыҫҡаһы, үҙ эшенең оҫтаһы, – ти уның хаҡында етәксеһе Айбулат Әхмәтйәнов. – Беҙҙең автогаражда үҙ врачыбыҙ бар, тиһәк тә була, тик ул – дүрт тәгәрмәсле “тимер аттар” табибы. Уға ниндәй генә техник һорау менән мөрәжәғәт итмәһендәр, һәр ваҡыт эшкә етди ҡарай, ватылған урынды таба һәм етешһеҙлекте бөтөрөргә ярҙам итеп ебәрә.

Уның эше бер нисә тапҡыр “Баш-информсвязь” ААЙ-һы етәкселеге тарафынан почет грамоталары менән баһалана.

Өйөндә ул – өлгөлө ғаилә башлығы, ҡатыны Гөлшат менән ике бала тәрбиәләй. Үҙ хужалыҡтарын тоталар.

Һәр бер водителдең эше ҡатмарлы һәм яуаплы: автомобиль үҙе үк юғары хәүеф объекты булып тора. Водителдең эшенә, техникалағы хәрәкәтенә ниндәй ҡарашта булыуына башҡа кешеләрҙең ғүмере бәйләнгән. Ошо хаҡта онотмағыҙ һәм автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре хеҙмәтен ихтирам итегеҙ.

Наталья РУСИНОВА.