Магазин хужаһы Рәфҡәт Рәжәп улы Әхмәтйәнов клиенттарҙы ихлас ҡаршы ала, иғтибарлап тыңлай, кәрәкле алмаш часты һайларға ярҙам итә, фай-ҙалы кәңәштәрен бирә. Даими клиенттарға ташламалар яһай.
Магазин эргәһендә генә шиномонтаж бар, унда тәгәрмәстәрҙе ремонтлау, етешһеҙлектәрен бөтөрөү, балансировкалау, вулканизациялау, сезонға бәйле тәгәрмәстәрҙе алмаштырыу өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдар бар. Башҡарылған эштәрҙең сифатына айырыуса иғтибар бүленә, сөнки клиенттар-ҙың һаны шуға бәйле. Ә улар аҙ түгел, араларында даими мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп. Тәгәрмәстәрҙе монтажлау хеҙмәтенә һорау көҙ һәм яҙ арта. Ундай ваҡыттарҙа оҫтахана һуңғы клиентҡа тиклем эшләй.
Тәгәрмәстәрҙе монтажлау буйынса сифатлы башҡарыл-ған эш – юлда хәүефһеҙлек нигеҙе. Бында үҙ эшенең ысын оҫтаһы, яуаплы, иғтибарлы һәм бөхтә хеҙмәткәр, һәр автомобиль хужаһына ярҙамға килергә әҙер торған Николай Семенов эшләй. Уның хеҙмәт урынында һәр ваҡыт тәртип. Водителдәр Николай Семенов хаҡында тик яҡшы фекерҙә генә. Был шиномонтажға килеүсе клиенттар даимиға әйләнә.
Магазин иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем эшләй. Йәкшәмбе – ял. Автомобилдәргә алмаш частар һәм тәгәрмәс- тәрҙе ремонтлау буйынса һорауҙар менән 8-961-363-86-84 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.