Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
23 Октябрь 2018, 17:07

Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы китапханаһы

Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы китапханаһы 1990 йылда асылған. Төрлө йылдарҙа бында Эльза Ҡәйүмова, Ира Ғафарова һәм Раушания Саярова эшләгән. Бөгөн уның мөдире – Илзида Ғәүнетдинова.

Китапхананың методик, нәфис әҙәбиәт һәм дәреслектәр фонды бар, һәр төрлө энциклопедиялар, һүҙлектәр һәм белешмәләр менән тәьмин ителгән, шулай уҡ аудио әсбаптары, дәреслектәргә электрон ҡушымталар, предметтар буйынса электрон дәреслектәр бар. Уның фондын 17684 дана китап тәшкил итә, китапхананың теркәлгән ҡулланыусылары һаны – 485 кеше (уҡыусы).

Илзида Әхнәф ҡыҙының төп эштәренең береһе – дәреслектәр биреү һәм уларҙы ҡабул итеү. Был эштә талапсанлыҡ, ҡәтғилек һәм теүәллек күрһәтергә кәрәк. Сөнки мәктәп уҡыусылары йыш ҡына дәреслектәрен идеаль торошта тапшырмай. Ундай мәлдәрҙә китапханасы балалар-ҙың теңкәләренә теймәй генә китапҡа һаҡсыл һәм ихтирам менән ҡарарға өйрәтә. Ә ҡайһы саҡ уҡыусы уны тәртипкә килтерһен өсөн кире ҡайтарып бирә.

Китапханалар элек-электән рухи тәрбиә, кешегә мәҙәни белем биреү үҙәге булған һәм хәҙер ҙә бында шул йүнәлештә эш алып барыла. Илзида Әхнәф ҡыҙы йыш ҡына фәһемле, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар, юбиляр яҙыу-сыларға арнап әҙәби кисәләр, китап уҡыусылар конференциялары ойоштора. Ғөмүмән, китапханала үткән һәр бер сара тәрбиәүи маҡсатта үтә. Ҡарашынан изгелек бөркөлгән, бар булмышынан яҡтылыҡ, нур сәселгән был мөләйем ҡатынға һоҡланмау мөмкин түгел. Матур, изге күңелле Илзида Әхнәф ҡыҙын хеҙмәттәштәре хөрмәт, ихтирам итә. Ул эшендә генә түгел, тормошонда ла уңған, маһир, бөтмөр ҡатын-ҡыҙ, балаларына һөйөклө һәм хәстәрле әсәй.

Айгөл ШАРАПОВА.