– Һүҙҙе һөнәр һайлауҙан башлайыҡ. Китапханасы булып китеүегеҙгә нимә йоғонто яһаны?
– Атайым мәктәпкә төшкәнсе үк мине уҡырға өйрәткәйне. Бер ваҡыт ул ауыл китапханаһына алып килде. Бындағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ китаптарҙы күргәс, уларҙың барыһын да уҡып бөтөрөү өсөн китапханасы буласаҡмын, тип уйланым.
– Мәктәп китапханаһының эше ауылдыҡынан айырыла. Уларҙың төп функциялары ниндәй?
– Ул, әлбиттә, белем һәм тәрбиә биреү бурысын үтәй. Мәктәп китапханаһы һәр уҡыусыны дәреслек менән тәьмин итергә тейеш. Әлеге мәлдә лицей китапханаһында 22684 дана дәреслек бар, тәьмин ителеш – 99%. Китап фонды – 31158 дана. Йыл һайын ФГОС буйынса яңы дәреслектәр һатып алына. Эштә ҡыйынлыҡтар ҙа тыуып тора. Мәҫәлән, яңы предмет индерелә башлауын ваҡытында белеп өлгөрмәйбеҙ. 2017 йылда икенсе сит ил телен һәм астрономияны индер-ҙеләр. Беҙгә улар буйынса дәреслектәрҙе сентябрҙә алдырырға тура килде. Һәр хәлдән тиҙ генә сығыу юлын тапҡан һәм район мәктәптәрен дәреслектәр менән тәьмин иткән методисыбыҙ Венера Шафиҡованың эшен баһалап үтер инем.
– Мәктәп китапханасыһы булыу ҡыйын түгелме?
– Юҡ, киреһенсә, бик ҡыҙыҡлы, сөнки һәр ваҡыт уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында эшләйһең. Мәктәп тормошо ҡайнай, һәр көн ниндәйҙер яңылыҡ булып тора. Эшемдә остазым Антонида Поспелованан уңдым. Миңә уның менән өс йыл эшләү бәхете тейҙе. Ошо ваҡыт эсендә ул колледждағыға ҡарағанда күберәк фәһемле кәңәштәр бирҙе. Мин уға ҡиммәтле тәжрибәһе өсөн рәхмәтлемен.
– Уҡыу мәҙәниәтен нисек күтәрергә?
– Китапҡа һөйөү балала кесе йәштән үк ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Балаларығыҙға һәм яҡындарығыҙға китаптар бүләк итегеҙ, китап – иң яҡшы бүләк.
– Райондың башҡа китапханалары менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙме?
– Һуңғы биш йылда мәктәп китапханаһына бер генә лә нәфис әҙәбиәт һатып алынманы. Шунлыҡтан китап күргәҙмәләре ойошторғанда район балалар китапханаһына мөрәжәғәт итергә тура килә. Беҙҙең дөйөм хеҙмәттәшлек менән генә мәктәп китапханаһы 100 процентҡа эшләй ала.
Бөгөн китапханасылар ике уҡыу йортонда ғына тороп ҡалған: лицейҙа һәм Башҡорт гимназияһында. Райондың башҡа мәктәптәрендә китапханасы эшен ҡыҫҡарттылар. Унда был йөкләмәне уҡытыусылар төп эштәре менән бер рәттән алып бара.
– Мәктәп китапханаһында проблемалар бармы?
– Ҡыҙғанысҡа күрә, китапханабыҙҙа компьютер менән принтерҙан башҡа заманса аппарат юҡ. Әлеге мәлдә китап күргәҙмәләре ойошто-рорға махсус стеллаждар кәрәк.