Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
19 Октябрь 2018, 19:02

Тәжрибә һәм яуаплылыҡ

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө йыл һайын октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Быйыл ул 21 октябргә тура килә.

Юл хужалығы Рәсәй йәмәғәт байлығының иң эре тармағын тәшкил итә. Бында эшләүселәр – яуаплы, ныҡлы характерлы кешеләр. Беҙҙең райондың юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы штатында 57 кеше. Уларҙың һәр береһе “Башкиравтодор” акционерҙар йәм- ғиәтенең Мәсетле филиалы ҡарамағында булған 361 км юлды хеҙмәтләндереүгә үҙ өлөштәрен индерә.

Әлфир Бәҙғетдинов Мәсетле юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығында һигеҙ йыл автогрейдер машинисы булып эшләй. Быға тиклем күп йылдар “Октябр-ҙең 40 йыллығы” колхозында трактор йөрөткән.

– Мин ғүмер буйы ауыр техника менән идара итәм, – тип һөйләй ул. – Шуға күрә үҙемде бындай эштән баш- ҡа күҙ алдына килтермәйем.

Грейдер – ҡатмарлы техника. Был үтә ҙур техника менән идара итеүсегә һөнәри күнекмәләргә һәм оҫталыҡҡа эйә булыу талап ителә. Әлфир Бәҙғетдинов ҙур тәжрибәгә һәм ныҡлы практик күнекмәләргә эйә, шуға ла ҡуйылған бурыстарҙы оҫта башҡара, ышанысты аҡлай.

Әлфир Хәкимйән улы хәүефһеҙлек техникаһын, эксплуатациялау ҡағиҙәләрен, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре талаптарын яҡшы белә һәм теүәл үтәй. Үҙенә ышанып тапшырылған техниканы идеаль торошта тота.

Автогрейдерҙа эшләүсегә ауырға тура килә: һәр ваҡыт көслө тауышҡа, эҫелә лә, һалҡында ла, ямғырҙа ла түҙергә кәрәк. Үҙенең ныҡ сыҙамлылығы һәм эшкә һәләте һөҙөмтәһендә Әлфир Хәкимйән улы үҙ бурыстарын уңышлы үтәй.

Юл хужалығы етәксеһе Илгиз Фазлетдинов уға яуаплы һәм тәжрибәле кеше булараҡ иң ҡатмарлы бурыстарҙы йөкмәтергә мөмкин, тип иҫәпләй. Коллегалары уны уңғанлығы һәм тәртипле булғаны өсөн хөрмәт итә.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Әлфир Бәҙғетдинов "Башкиравтодор" йәмғиәте грамоталары менән бүләкләнгән. Быйыл да ошо наградаға лайыҡ булды.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Белешмә.

Ошо йылдың туғыҙ айында

Мәсетле ДРСУ-һында

- 9500 мең тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештерелгән;

- 7,5 км юлға асфальт түшәлгән;

- 78 млн һумлыҡ суммаға төҙөлөш-монтажлау эштәре башҡарылған.

Бөгөн предприятие 2018 йылға планлаштырылған һуңғы эштәрҙе башҡара: Оло Ыҡтамаҡ ауылы пром-зонаһының 17 урамында, шулай уҡ Тайыш ауылының Урал урамында юлдарҙы ремонтлайҙар.