Ашнаҡсы һөнәре – донъялағы иң боронғо һөнәрҙәрҙең береһе. Һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә кешеләр уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәһе менән файҙалана. Психологтарҙың раҫлауынса, кеше көн һайын ыңғай эмоцияның етмеш проценттан ашыуын ашаған ваҡытта ала. Шуға күрә, аш әҙерләү сәнғәте планеталағы һәр халыҡ араһында иң талап ителгәне, тип ышаныслы әйтеп була. Кешеләр аш-һыу әҙерләү сер- ҙәрен быуындан-быуынға тапшырып килгән. Ул кешелек менән бергә үҫешеп, ысын фәнгә әйләнгән. Шунлыҡтан һәр халыҡтың үҙ рецептары буйынса ғына әҙерләнгән милли кухняһы бар.
Һөнәри байрамдары уңайынан беҙ көн һайын балаларҙы тәмле һәм фай-ҙалы төшкө аш менән һыйлаған 4-се разрядлы ашнаҡсы Әлфиә Шафиҡова менән осраштыҡ. Ул бына инде 11 йыл Теләш мәктәбендә эшләй: 7 йыл–ашнаҡсы ярҙамсыһы, һуңғы 4 йылда – өлкән ашнаҡсы. Һөнәрен камиллаштырыу өсөн һәр биш йыл һайын квалификация арттырыу курс-тары үтә.
– Әлфиә Шафиҡоваға аш-һыу әҙерләү һәләте Хоҙайҙан бирелгән. Ул һәр ризыҡты иҫ китмәле тәмле итеп әҙерләй, күңел йылыһын һалып башҡара эшен, – ти был оптимистик рухлы, изге күңелле ҡатын тураһында коллегалары.
Уны уҡыусылар өсөн төшкө аш әҙерләгән ваҡытта тап иттем. Йылмайып торған мөләйем ашнаҡсының кәйефе эшләп торғанда ла яҡшы ине. Мәктәп менюһы билдәле бер стандарттарға тап килергә тейеш булыуға ҡармаҫтан, өлкән ашнаҡсы ғәҙәти генә аҙыҡты ла үҙенсәлекле әҙерләй.
– Бала – ашнаҡсы өсөн айырыуса иғтибар талап иткән клиент. Улар ашауға бик талапсан, шуға күрә балаларға ярай алырға, шул уҡ ваҡытта аҙыҡтың файҙалы сифаттарын да һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Беҙҙең мәктәптә балалар яҡшы ашай. Өҫтәп һалып бирергә һораһалар, бер ҡасан да баш тартмайбыҙ. Һәр ризыҡ тәмле килеп сыҡһын тип тырышабыҙ, һәм беҙҙең шулай килеп сыға ла. Ә уның сере ябай ғына – һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә әҙерләргә кәрәк, сөнки ашнаҡсының энергетикаһы аҙыҡтың тәменә йоғонто яһай. Ә дөйөм алғанда, мәктәп ул шундай урын, унда килеп инеү менән кәйефтәр күтәрелеп, яҡшы көйгә көйләнәһең, – ти өлкән ашнаҡсы.
Әлфиә Шафиҡованың эш көнө бик иртә башлана һәм кискә табан ғына тамамлана. Шуға ҡарамаҫтан, ул өйөндә лә өлгөрә – ысын хужабикә. Мауыҡҡан эштәре менән булырға ла ваҡыт таба.
– Мин үҙ эшемде яратам. Ваҡыты менән ауыр булып китһә лә, балалар-ҙың тәмләп ашауҙарын күрһәм, күңелдәр күтәрелә. Был бөтә маҡтауҙарҙан да юғары, артабан да тырышҡы һәм уларҙы тәмле итеп һыйлағы килеп китә, – тип тамамланы һүҙен Әлфиә Шафиҡова.
Ҡамыр: 0,5 литр – һөт, 150 гр. – аҡ май, 1 дана – йомортҡа, 2 стакан – он, 1 аш ҡалағы – шәкәр ҡомо, 0,5 балғалаҡ – сода, 0,5 балғалаҡ – тоҙ, 500–550 гр. – әҙер балан.
1 йомортҡа – бәлеш өҫтө өсөн, 1 балғалаҡ май –таба майлар өсөн, 4 аш ҡалағы – шәкәр ҡомо, 1 балғалаҡ –крахмал йәки манный ярмаһы.
Йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Баланды сүптәрен айырып, яҡшылап йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан) һыу, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомон ҡушығыҙ, утҡа ҡуйып әҙерәк томалағыҙ. Баланды һыуытығыҙ, эсенә 1 балғалаҡ крахмал йәки манный ярмаһы һалығыҙ (бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн). Ҡамырҙы икегә булергә, бер бүлеме (бәлештең аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙан ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалынлығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап түшәп һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Балан өҫтөн икенсе йәйелгән ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм, аҫтағы ҡамыр менән берләштереп, ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бәлештең өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн), шул уҡ ҡамырҙан бәлеш өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була. Бәлеште 200 С духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерегеҙ. Бешкән бәлештең өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һөртөгөҙ.