Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
12 Октябрь 2018, 13:04

Ғүмере яуаплы хеҙмәттә үткән

Рәсәйҙә бер нисә тиҫтә һөнәри байрам билдәләнә. Был традиция нигеҙҙә совет заманында барлыҡҡа килә.

Әлеге байрамды билдәләү йолаһы башта эске эштәр органдарының кадр-ҙар хеҙмәтендә барлыҡҡа килә. Әйтергә кәрәк, беҙҙең илдә кадровиктар һөнәри байрамдарын хатта ике тап-ҡыр: 12 октябрҙә һәм 24 майҙа билдәләй ала.

Ошо байрамға бәйле беҙ Флүрә Зәлилова хаҡында яҙырға булдыҡ, ул был профессияла – 29 йыл. Флүрә Рамзи ҡыҙы 1955 йылда күп балалы ғаиләлә Буртаковка ауылында тыуған, ә мәктәпте Әләгәҙ ауылында 1972 йылда тамамлай. Шунан һуң Өфө ҡалаһында ДОСААФ мәктәбенә “секретарь-делопроизводитель” һөнәренә уҡырға инә һәм бер үк ваҡытта Өфө фанер комбинатында эшләй. Яҙмыш юҡҡа ғына героинябыҙҙы Өфөгә алып китмәгәндер, сөнки тап шунда ул үҙенең буласаҡ ирен – Ринат Зәлиловты осрата. Улар нәҡ ана шул – икеһе лә эшләп йөрөгән комбинатта таныша. 1975 йылда өйләнешәләр. Ире менән 1979 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп ҡайталар һәм икеһе бергә Мәсетле төҙөлөш материалдары комбинатына эшкә урынлашалар. Флүрә һәм Ринат Зәлиловтар бына тигән ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Икеһен дә юғары белемле иткән.

1989 йылда Флүрә Зәлилова кадр-ҙар хеҙмәткәре вазифаһына Мәсет- ле ата-әсәләре менән балалар шифаханаһына эшкә урынлаша. 1993 – 2012 йылдарҙа профсоюз ойошмаһының алмаштырғыһыҙ рәйесе була. Флүрә Рамзи ҡыҙы ябай кадровик ҡына түгел, был эш уның тормоштағы булмышы булып сыға: хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү, төрлө хеҙмәт бәхәстәрендә компромисс табыу. Ул “Рәсәй профсоюздарына 100 йыл” миҙалы, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән, тик был әле уның наградаларының бәләкәй генә бер өлөшө.

Хәҙер был мөләйем ҡатын хаҡлы ялда.

– Миңә ҡалһа, кадровик вазифаһы башлыса аралашыусан һәм изгелекле кешеләргә тура килә, сөнки көн һайын белгес бик күп кешеләр менән аралаша, халыҡ килә, ғаризалар яҙа, үҙ эштәре буйынса кәңәшләшә, ҡай саҡ низағлашалар һәм ярһыйҙар. Шуға күрә, барһынан да элек, тотанаҡлыҡ һәм сабырлыҡ мөһим. Эйе, кадровиктың ҡағыҙ эше күп: һәр йылғы пландарҙы әҙерләү, ваҡыты-ваҡыты менән кадрҙар эшен анализлау, хеҙмәт килешеүҙәрен, хеҙмәт килешеүҙәренә өҫтәмә килешеүҙәр төҙөү, шәхси иҫәп документацияһын алып барыу, приказдар төҙөү, хеҙмәт кенәгәләрен алып барыу, хеҙмәт таныҡлыҡтары биреү һәм башҡа күп нәмәләр. Ә иң мөһиме, кадрҙар хеҙмәткәре эшендә иғтибарлы һәм яуаплы булырға тейеш, сөнки уның хатаһы өсөн хеҙмәткәр профсоюзға, хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссияға, прокуратураға йәки судҡа мөрәжәғәт итә ала. Ләкин, был эш үҙенсә бик ҡыҙыҡлы, – ти Флүрә Рамзи ҡыҙы.

Адель ҒАФФАРОВА.