Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Октябрь 2018, 16:03

5 октябрь – Енәйәтселәрҙе эҙләү хеҙмәтенә 100 йыл

Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе тарихы тамырҙары тәрән. Бүлексә эшмәкәрлеге бер-ике хеҙмәткәрҙән башланған.

Төрлө ваҡытта енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһен Раил Ғәләев, Мәҡсүт Хисамов, Данил Ниғмәтйәнов, Валерьян Заһитов, Айбулат Әхмәҙуллин етәкләне. Оҙаҡ йылдар был бүлексәлә Фердинанд Ҡазыев, Анатолий Сафонов, Рәфҡәт Вәзиров эшләгән. Улар район территорияһында ҡылынған енәйәттәрҙе асыҡлау өсөн яуаплы була, енәйәтселек менән көрәшкә ҙур өлөш индерә. Вәрис Вәлиев – хеҙмәттең иң хөрмәтле ветерандарының береһе, бөгөн ул енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһенең йәш хеҙмәткәрҙәренә үҙ тәжрибәһен уртаҡлаша.

2016 йылдан Рәсәй МВД-һының Мәсетле районы буйынса бүлегенә полиция подполковнигы Фларид Мәзитов етәкселек итә.

Биш йыл дауамында енәйәтселәрҙе эҙләү бүлегенә полиция капитаны Айгиз Миңләхмәтов етәкселек итте. Күптән түгел әлеге бүлеккә етәксе итеп полиция майоры Евгений Кобелевты ҡуйҙылар. Был хеҙмәттә оперуполномоченный полиция капитаны Илнур Хәйбуллин оҙаҡ йылдар эшләй. Шулай уҡ енәйәтселәрҙе эҙләү бүлегендә йәш һәм перспективалы хеҙмәткәр – полиция лейтенанты Владик Ғибәҙуллин хеҙмәт итә.

Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе тарихында енәйәттәр, шул иҫәптән яңғырашлыларын асыуҙың бихисап миҫалдары бар.

2018 йыл – хеҙмәткәрҙәр өсөн юбилейлы.

Ошо йылдың октябрендә Мәсетле районы енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе коллективы оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса 2018 йылдың 8 айында Башҡортостан Республикаһының рай- он кимәлендә енәйәтселәрҙе эҙләү территориаль подразделениелары төркөмөндә 3-сө урын алды. Шул уңайҙан һәм енәйәтселәрҙе эҙләү хеҙмәтенең 100 йыллығын байрам итеү менән бәйле БР Эске эштәр министрлығының III дәрәжә дипломы менән бүләкләнде.

А. МИҢЛӘХМӘТОВ,

полиция начальнигының оператив эш буйынса урынбаҫары, полиция капитаны.