Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Октябрь 2018, 18:07

Страховка – ул ғүмере, һаулығы һәм мөлкәте тураһында хәстәрлек күреүсе һәр кемдең өлөшө

6 октябрҙә Рәсәй страховкалаусылары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Был көндө 1921 йылда РСФСР Дәүләт страховкаһы (хәҙерге исеме – Росгосстрах) үҙ эшмәкәрлеген башлай.

Кеше тормошонда страховкалауҙың роле көн кеүек асыҡ. Нәҡ ул кешегә иртәгәһе көнгә ышаныс бирә. Уның арҡаһында сирләп китеүсегә, бөлгөнлөккә төшөүсегә ярҙам гарантиялана.

– “Росгосстрах” компанияһының тарихы бай һәм страховкалауҙа ғәйәт ҙур тәжрибәһе тупланған. Әлеге мәлгә компания илдә иң киң филиалдар селтәренә эйә. Илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың теләгән бер кешеһе ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү өсөн беҙҙе, ә беҙҙең менән бергә страховкалауҙа грамоталы һәм һөнәри ярҙамды еңел табасаҡ, – ти “Росгосстрах”тың Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Мәсетле” агентлығы етәксеһе Гөлсинә Мәүләүи ҡыҙы Әхтәрова.

– Әлеге ваҡытта “Росгосстрах” компаниялары төркөмө Рәсәйҙә, шул иҫәптән беҙҙең республикала страховка түләүҙәрен йыйыу һәм уларҙың күләмдәре буйынса страховкалау баҙарында лидер булып тора. Был компанияның ышаныслылығы һәм тотороҡлолоғо, клиенттары алдындағы бөтә йөкләмәләрен үтәп, ауыр замандарҙы үткәрергә һәләтлелеге тураһында һөйләй.

Компанияның филиалдары һәм агентлыҡтары Башҡортостандың һәр ҡалаһы һәм районында бар. Беҙҙең агентлыҡ район хакимиәте бинаһында урынлашҡан. Бында 7 штатлы белгес һәм 16 страховка агенты хеҙмәт итә. Был көндө агентлыҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәренең дә профессионаллеген, тәжрибәлелеген, эшсәнлеген һәм компания эшенә тоғролоғон билдәләп үтке килә. Н. Дремина, А. Вәлиева, З. Хөснуллина, З. Моратшина, Г. Хәйерзаманова, М. Ғәниева, Э. Оморҙаҡова, Р. Вәлиәхмәтова, А. Безабчук, Р. Хөснөтдинова, З. Хәлиловаларҙың һәм башҡа агенттарҙың яҡшы эшләүе арҡаһында быйыл бөтә төр страховкалар буйынса дөйөм 6 мең килешеү төҙөлгән һәм 11 млн һумлыҡ страховка түләүҙәре йыйылған. Шуның менән бергә страховка түләүҙәре, шул иҫәптән йорт-ҡаралтылар һәм өй мөлкәте буйынса страховка түләүҙәре 5,5 млн һум самаһы тәшкил итте.

Беҙҙең агентлыҡ тотороҡло эшләй. Контроль күрһәткестәр үтәлә. Бөтә күр-һәткестәр рейтингы буйынса беҙ 37 ауыл агентлығы араһында 7-се урынды биләйбеҙ.

Страховкалаусы – мөһим һәм кәрәкле һөнәр. Уның күҙгә салынмаған хеҙмәтенән башҡа бөгөнгө хәүеф-хәтәр тулы тормошта бер нисек тә булмай.

Наталья РУСИНОВА.