Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2018, 17:03

Вәсилә Ғабдулхаҡ ҡыҙының ижади профессияһы

Рәсем төшөрөү, сигеү, кулинария, сәскә һәм йәшелсә үҫтереү – былар- ҙың барыһы ла Вәсилә Фәтхетдинованың мауығыуы ғына түгел, ә эше лә. Ул Х. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбендә йорт хужалығы, рәсем һәм донъя художестволы мәҙәниәте дәрестәрен алып бара.

Сығышы менән Йыланыш ауылынан. 11 бала тәрбиәләнгән ҙур татыу ғаиләлә үҫкән. 69-сы Һатҡы һөнәрселек училищеһының художество-графика бүлексәһен тамамлағандан һуң Белорет ҡалаһындағы ит комбинатында художестволы биҙәүсе булып эшләгән. Бер ни тиклем ваҡыттан тыуған яҡтарына ҡайтып, Дыуан-Мәсетле мәктәбенә секретарь булып урынлаша һәм шул уҡ ваҡытта “Оҫта ҡулдар” түңәрәген алып бара.

– Миңә балалар менән эшләү шул тиклем оҡшаны, шуға күрә уҡытыусы булырға ҡарар иттем. Ләкин минең педагогик белемем юҡ ине, – ти ул.

Ҡыйыу Вәсилә Ғабдулхаҡ ҡыҙы, инде 28 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡыр-ға инә, бер үк ваҡытта технология кабинетында лаборант булып та эшләй. Артабан ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлай.

23 йыл эш стажына эйә булған тәжрибәле педагог заманса техникала эшләү күнекмәләренә эйә, яңы уҡыу программаларын үҙләштереүҙе дауам итә, заман менән бергә атлау өсөн барыһын да эшләй. Сөнки тап уның дәрестәрендә сәнғәткә, ижадҡа һөйөү тәрбиәләнә. Йорт хужалығы буйынса шөғөлләнә торған кабинетта ғәҙәти булмағанса йәмле, эш өсөн кәрәкле нәмәләрҙең барыһы ла бар: теген машиналары, электр плитаһы, үтек, үтекләү өсөн махсус таҡта. Бында ҡыҙҙар ашарға бешерергә, тегергә, бәйләргә, сигергә өйрәнә.

Йыл һайын Вәсилә Ғабдулхаҡ ҡыҙының конкурстар һәм олимпиадалар призерҙары һаны арта. Йәш тәбиғәт һөйөүселәрҙең “Башҡортостан – тыуған төйәгем” республика фотоконкурсы призеры Нәргизә Моратшина – уҡытыусының айырым бер ғорурлығы. Ә үҙе ул район милли костюмдар конкурсы һәм “Мәсетле оҫтаханаһы” төбәк-ара конкурсының ҡорама тегеү номинацияһы буйынса призеры.

Ысын мәғәнәһендә мауыҡҡан, ижади, үҙ һөнәрен һәм уҡыусыларын сикһеҙ яратыусы Вәсилә Фәтхетдинова һәр ваҡыт мәктәптең генә түгел, ә ауылдың да ваҡиғалары үҙәгендә ҡайнай. Райондан ситтә йәшәүсе ауылдаштары бөтә ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булып торһон өсөн “Класташтар” сайтында ул “Дыуан-Мәсетле” һәм “Йыланыш” төркөмдәре булдырған. Буш ваҡытында фото, видео төшөрөргә ярата, заказ буйынса тегә, маникюр яһай, сәс киҫә, хатта теген машиналарын йүнәтә.

Айгөл ӘФРИЗУНОВА.