Уҡытыусы һөнәрен Гүзәл Ғәниева икеләнмәйенсә һайлаған – бәләкәй саҡтан уҡ ата-әсәһе юлынан китергә ҡарар иткән. Әсәһе – рус телен, атаһы математика фәнен уҡытҡан. Шуға күрә бала саҡтан уҡ был һөнәрҙең бөтә ауырлыҡтары һәм нескәлектәрен белә.
Башҡорт дәүләт педагогия институтын (әлеге БДПУ) тамамлап, Һабанаҡ мәктәбенә рус һәм башҡорт телдәре уҡытыусыһы булып килә. Шул саҡтан бирле бына 30 йылдан ашыу инде һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.
Бөгөн заман үҙ ҡағиҙәләрен үтәргә мәжбүр итә. Мәктәп тормошо ла бынан ситтә ҡалмай. Шуға күрә Гүзәл Әхмәт ҡыҙының үҙ алдына ҡуйған талаптар-ҙың береһе – бөтә яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар һәм үҫеп килеүсе быуынға ҡыҙыҡлы булыу өсөн ваҡыт менән бергә атлау. Быны ул уңышлы булдыра.
Үҙе өсөн иң төп тип һанаған бурыс-тарҙың тағы ла береһе – балаларҙың берҙәм дәүләт имтиханындағы юғары күрһәткестәре. Бының өсөн, ваҡыты һәм көсө менән иҫәпләшеп тормайынса, улар менән күп шөғөлләнә, консультациялар уҙғара.
Эшендә тикшеренеү методын ҡуллана – балалар үҙҙәре өйрәнеп, дөрөҫ һығымтаға килә. Мәҫәлән, Гүзәл Ғәниеваның һүҙҙәренсә, улар уҡыу процесына күберәк ылыҡтырыла һәм материалды яҡшы үҙләштерә. Уҡыусылары йыл һайын төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнаша, еңеүселәр һәм призерҙар була.
2015 йылдан башлап ул Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә уҡыта. Оҙаҡ йылдар туғыҙ йыллыҡ мәктәптә эшләгәндән һуң, беренсе тапҡыр 11-се класты сығарған. БДИ йомғаҡтары буйынса юғары балдар уҡытыусының тәжрибәһе һәм уҡытыу методикаһының коллегалары һәм уҡыу-сылары араһында ышанысын һәм ихтирам яулауын тағы ла бер ҡат иҫбат итте.
– Һәр уҡыусы яҡын киләсәктә оло кеше буласаҡ. Ә беҙ, уҡытыусылар, уларҙың һәр ҡайһыһының ололар тормошонда үҙ юлын, үҙ урынын табырлыҡ итеп эшләргә тейеш, – ти ул.
Гүзәл Ғәниеваның хеҙмәте бихисап маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ләкин ул уҡыу-сылары һәм ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙ-ҙәрен иң төп награда тип иҫәпләй.