Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2018, 18:09

Уҡытыусы булыу – булмышы

Уҡытыусы ул – киләсәккә аҡ юл күрһәтеүсе илаһи зат. Уҡытыусы һөнәре бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышлар- ға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ул талапсан һәм ҡәтғи, әммә йомшаҡ күңелле, кешелекле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған шәхес һәм изге йән.

24 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Зөлфиә Рәйес ҡыҙы Сәхәүетдиноваға тап ана шундай сифаттар хас.

Яуыш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен уңышлы тамамлап, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә.

–Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем ҡанат ҡуя, дәртләнеп эшләйем. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең көсөнә ышанам, – ти Зөлфиә Рәйес ҡыҙы.

1994 йылда училище дипломын ҡулына алып, Яңы Мишәр урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килә. Эшләү менән бер рәттән ситтән тороп Бөрө пединститутын уңышлы тамамлай.

Зөлфиә Рәйес ҡыҙы тырышлыҡ, алдына алған, иңенә йөкмәтелгән эшен еренә еткереп, һәр саҡ маҡсатына ирешеп йәшәй. Мәктәп коллективы ла уға ышаныс белдереп, 2008 йылда тәрбиә-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһы йөкмәтелә. Бында ла ул үҙенең тырышлығын күрһәтә.

Яңы вазифала балаларға белем биреп кенә ҡалмай, ә яҡшыны ямандан айырырға, эшһөйәр, намыҫлы, яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Һәр баланың эске донъяһын күреп, уларҙы асырға тырыша, алдына бурыстар ҡуйып, маҡсатҡа ынтылырға өйрәтә, үҙ аллылыҡ, ижади ҡараш тәрбиәләй.

2012 йылда уны мәктәп директоры итеп ҡуйҙылар. Ауыр эшендә уҡыусылар ғына түгел, ә коллегалары, ата-әсәләр алдында ла һәр ваҡыт иғтибарлы, талапсан, ғәҙел ул. Шул дәүер эсендә балаларға белем биреүгә, мәктәп шарттарын яҡшыртыуға күп көс һалды. Уның инициативаһы менән өсөнсө класс кабинетында өҫтәмә радиаторҙар ҡуйылды, мәктәп ҡыйығы, электр сымдары алмаштырылды, канализация һәм һыу торбалары яңыртылды.

Зөлфиә Сәхәүетдинова тәжрибәле педагог ҡына түгел, ә донъянан йәм табып, янып йәшәүсе матур ҡатын-ҡыҙ, әсәй һәм өләсәй ҙә. Тормош иптәше Азамат Абрар улы менән балаларына матур тәрбиә, төплө белем бирҙеләр.

–Яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем һәм таянысым – тормош иптәшем, балаларым, әсәйем, туғандарым булыуы менән бәхетлемен. Көн һайын мин мәктәпкә ашығам, сөнки тормошомдо уҡыусыларҙан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым. Уҡытыусы булыу – булмышым, – ти Зөлфиә Рәйес ҡыҙы Сәхәүетдинова.

Гөлсинә ҒҮМӘРОВА,

Яңы Мишәр мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.