Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2018, 13:00

Профессияға һөйөү менән

Ниндәй һоҡланғыс эш – үҫеп килгән быуынға кешелек тарафынан тупланған белемдәрҙе тапшырыу – юғары дәрәжәлә лайыҡлы булмыш!

Яңы Яуыш мәктәбендә 14 педагог “аң-белем, изгелек, мәңгелек” орлоҡтарын сәсә. Ул өлгөрөп еткәнлек, тәжрибә һәм йәшлек берләшкән ижади коллектив. Ә уны уҡытыусы һөнәренә булған һөйөү берләштерә.

Мәктәп – ул белем диңгеҙенән йөҙөүсе карап, уға диңгеҙселәр – тыуған яғыбыҙҙың үҫешенә һәм сәскә атыуына ғәйәт ҙур өлөш индереүсе тәжрибәле уҡытыусылар идара итә. Уның штурвалы артында талантлы ҡатын – директор Рәмзиә Хәбибуллина. Уҡытыу стажы – 23 йыл, шуларҙың 5 йылын ул филиал мөдире булып уңышлы эшләй. Рәмзиә Риф ҡыҙы тырышлығы менән мәктәптең өлгәше һәм уҡытыу сифаты яҡшырған. Спорт йәһәтенән дә һөҙөмтәләр бик яҡшы күтәрелгән. Рәмзиә Хәбибуллинаның ярҙамсыһы булып уҡытыу-тәрбиәләү буйынса урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Абдрахманова хеҙмәт итә. Уның дөйөм эш стажы 30 йыл тәшкил итә, шуның 6 йылын инде завуч вазифаһын үтәй. 2016 йылда ул “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында еңеү яулаған.

Мәктәп үҙе 1975 йылдан эшләй, ә 2008 йылда яңы бина төҙөлгән, уға быйыл 10 йыл тулды. Бәләкәй булһа ла юбилейлы дата. Шул дәүер эсендә ул күп кенә ваҡиғалар кисерә – үҫә, үҫешә, уҡыусылары менән бергә уҡый. Бик матур, ыҡсым һәм йәмле – индеңме сыҡҡы ла килмәй. Мәктәптә барлығы 97 уҡыусы белем ала. Өлгәш – 100%, сифат – 54%. Быйыл яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса мәктәп райондың дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында I урын алған. Дәрестәрҙән тыш, бында төрлө түңәрәктәр алып барыла. Мәҫәлән, информатика һәм математика уҡытыусыһы Денис Нәбиуллин “Ҡурай” түңәрәге алып бара. Уҡыусылар менән бергә ауыл һәм район сараларында ҡатнашалар. Денис Данис улы эшен ярата. Дөйөм стажы – 13 йыл. Шулай уҡ бында футбол һәм милли көрәш буйынса түңәрәктәр бар, уларҙы Динат Абдрахманов алып бара. Быйыл ҡыҙҙар футбол командаһы республика буйынса II урын алған. Фәнгизә Ғарипова был мәктәптә һынлы сәнғәт буйынса “Оҫталыҡ башында” түңәрәге алып бара, бында ла уҡыусылар йыл һайын призлы урындар ала. Ә физкультура, ОБЖ һәм технология уҡытыу-сыһы Илнур Мофазалов туризм буйынса түңәрәккә етәкселек итә. Мәктәп даими рәүештә спорт йүнәлешендә республика буйынса призлы урындар алған өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлгән 204700 һум аҡсаға спорт инвентары һәм формалар һатып алынған.

Мәктәптә музей бар, уны тарих, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Рәзилә Күсәбирҙина етәкләй.

Башланғыс кластар уҡытыу-сыһы Фәйлә Нәбиуллина 34 йыл стажға эйә, был коллективтағы иң ҙур стаж! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Хисмәтуллинаның эш стажы шулай уҡ ҙур – 33 йыл. Шундай ҙур һандарҙы күреп, уҡытыусы балаларға ғүмерен бирә, тигән фекер менән килешәһең.

Шулай уҡ тәжрибәле педагогтар – башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Хәлилова (30 йыл), химия, физика, технология һәм музыка уҡытыусыһы Гөлфиә Ғарипова (30 йыл), башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлназ Муллабаева (28 йыл), биология, география һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Әлфиә Галина (24 йыл), башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Рәфилә Абдрахманова (20 йыл), рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, өлкән пионер вожатыйы Гөлнур Ғүмәрова (18 йыл) һәм сит тел уҡытыусыһы Әлиә Ғайсиналар-ҙы (14 йыл) билдәләп үтеү мөһим.

Бына шундай тәжрибәле, ижади, яҡшы һәм татыу коллектив эшләй Яңы Яуыш мәктәбендә. Бындағы уҡытыусылар-ҙың һәр береһенә айырым мә-ҡәлә бағышларға мөмкин, һәр ҡайһыһы хөрмәткә лайыҡ. Байрам менән һеҙҙе, хөрмәтле уҡытыусылар!

Адель ҒАФФАРОВА.