Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2018, 14:01

Матурлыҡ тыуҙырыусы

Нурания Ғилметдинова – ҙур тәжрибәле уҡытыусы. Дәрестәрендә ул балаларға яңы күнекмәләр һәм оҫталыҡ биреп кенә ҡалмай, ә уратып алған донъяның матурлығын күрә белергә һәм үҙҙәренә ижад итергә өйрәтә. Уның етәкселегендә үтеүсе технология дәрестәре – һәр ваҡыт яңы асыштар.

Хеҙмәт юлын Нурания Фәсхетдин ҡыҙы 1987 йылда Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә хеҙмәт уҡытыусыһы булып башлай. Был ваҡытҡа ул инде Мәсәғүт педучилищеһы һәм Бөрө дәүләт пединституты дипломдарын алып өлгөргән була. Ә эшләй башлағас, ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтының технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетында белем ала.

Был ҡатында гүзәллеккә ҡарата һөйөү бик ныҡ үҫешкән, һәм ул үҙен ижадтан баш-ҡа күҙ алдына килтермәй. Тәрбиәләнеүселәрен дә шуға өйрәтә. Дәрестәр ваҡытында ғәҙәти булмаған интерьер һәм көндәлек тормош предметтарын булдырыу өсөн балалар ҡул аҫтындағы төрлө материалдарҙы бик теләп файҙалана.

Уҡыусылар келәм туҡыу, бисер үреү, бәйләү, кейеҙ техникаһында сигеү менән шөғөлләнә. Ҡул эшенең бөтә ошо төрҙәрен уҡытыусы камил белә. Нурания Ғилметдинованың уҡыусылары оҫталыҡтарын һәм эштәрен күр-һәтергә мөмкин булған бер генә конкурс һәм күргәҙмәне лә ҡалдырмай. Әле яңыраҡ ҡына ул Сибай ҡалаһында үткән Төбәк-ара милли кос- тюмдар фестиваль-конкурсының “Кейеҙ” номинацияһында икенсе урын алды.

Унан тыш, Нурания Фәсхетдин ҡыҙына мәктәптең йәшелсә һәм емеш-еләк баҡсалары беркетелгән. Быйыл Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең мәктәп яны участкаһы районда беренсе урын алды.

Технология уҡытыусыһы шулай уҡ мәктәптең уҡыу-сылар производство бригадалары етәкселәренең береһе булып тора, улар ҙа конкурс-тарҙа уңышлы сығыш яһай.

Күп һанлы маҡтау грамоталарынан тыш, Нурания Ғилметдинова “РФ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре” күкрәккә тағыла торған билдәһе менән бүләкләнгән, “БР мәғарифы алдынғыһы” исеме бирелгән.

Һүрәттә: Нурания Ғилметдинова тәрбиәләнеүселәре менән.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.