Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2018, 15:03

Балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләй

Зилиә Фәтҡуллина – Башҡорт гимназияһының юғары категориялы баш-ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уның эшендәге төп һыҙаттарҙың береһе – барыһына ла, шул иҫәптән үҙ-үҙенә талапсанлыҡ.

Ул бына инде 27 йыл дауамында туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә белем биреү менән бер рәттән балаларҙа милли үҙаңды, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, рухи-әхлаҡи, патриотик, һәм, иң мөһиме, һәр яҡтан тулы үҫеш алған шәхес итеп тәрбиәләй. Зилиә Закирйән ҡыҙының һәр кемдең һәләтен ваҡытында тойоп, уға асылырға ярҙам итеүе, артабан да был уҡыусы менән даими рәүештә үҙ ваҡыты иҫәбенә шөғөлләнеүе, балаларын төрлө конкурстарға әҙерләүе эҙһеҙ үтмәй. Бигерәк тә Салауат Юлаевтың, Тимер Йосоповтың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсында уның уҡыусылары бүләкһеҙ ҡалғаны юҡ. Мәҫәлән, Айтуған Нухов өс йыл рәттән был конкурстарҙа еңеү яулай һәм гран-приға эйә булған. Зилиә Закирйән ҡыҙы йыл һайын Кесе фәндәр академияһына уҡыусыларының эштәрен тәҡдим итә. Мәҫәлән, Әлиә Зәйнетдинова, Илүзә Ғәләүева, Розалина Усманованың фәнни эштәре район кимәлендә иң яҡшыһы тип табылды һәм республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Илгизә Йосопова “Глобус” төбәк-ара конкурсында еңеп сыҡты.

Зилиә Закирйән ҡыҙы үҙе лә төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, бер нисә тапҡыр иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнде. Ул – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” XI төбәк-ара конкурсының “Уҡытыусы-сәсән” номинацияһында еңеүсе. Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе. Уның тырыш хеҙмәте Баш-ҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

“Һеҙҙе ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе?” – тигән һорауға, тәжрибәле педагог ошолай яуап бирҙе:

– Мин уҡытыусыларымдан уңдым. Изге күңелле, эштәренә мөкиббән киткән уҡытыусылар ғына осраны. Шуға күрә лә мәктәп минең өсөн яҡтылыҡ, изгелек иле булды. Тыуған ауылым Йылайыр районының Ҡамыш-Үҙәк ауылында башланғыс кластарҙа талапсан, шул уҡ ваҡытта ғәҙел Мөхәррәм Нәзиров уҡытты. Сәлимә Өмөтбаева, шағирә, композитор, драматург, “Хушлашыу вальсы”, “Олатайым миҙалдары” кеүек билдәле йырҙар авторы Зөһрә Фәйзуллина, композитор-импровизатор Юлай Моратов кеүек билдәле шәхестәр минең уҡытыусыларым булды. Стәрлетамаҡ педагогия институтында филология факультеты деканы Булат Ғафаров эштәремдең етәксеһе ине. Улар барыһы ла минең өсөн өлгө булды. Ошондай һәләтле, ижади шәхестәр араһында нисек уҡытыусы булмайһың!

Айгөл ШАРАПОВА.