Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
3 Октябрь 2018, 18:08

Уникаль профессия эйәһе

Заманса үҫешеүсе йәмғиәт кешеләргә, айырыуса йәштәргә көслө тәьҫир итә, шуға күрә уның сәләмәт булыуы мөһим.

2009 йылдан башлап йыл һайын 2 октябрҙә социаль педагог көнө билдәләнә. Бөгөн, 2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителгәндә, шулай уҡ Уҡытыусылар көнө, Музыка көнө һәм Социаль педагог көнө байрамдары алдынан беҙ Башҡорт гимназияһы педагогы Лилиә Камил ҡыҙы Мөхтәроваға мөрәжәғәт иттек. Уның эшендә бөтә ошо йүнәлештәр гармониялы берләшә һәм бер-береһен тулыландыра.

28 йыл мәктәптә музыка уҡытыу-сыһы булып эшләп, Лилиә Камил ҡыҙы 5-се уҡыу йылы ололар һәм йәш быуын, араһында аралашсы булып, үтә лә мөһим эште бойомға ашырыу менән шөғөлләнә. Уңышһыҙ ғаиләләрҙәге проблемалы балалар йәмғиәттә нәфрәт тыуҙыра һәм башҡаларҙан айырыла торғайны. Ләкин Лилиә Камил ҡыҙының был категория үҫмерҙәргә ваҡытында иғтибар итеүе уларҙан был “тамға”ны алып ташларға һәм ыңғай һөҙөмтәгә ирешергә ярҙам итә.

Героинябыҙҙың уҡыу йылы бик ҡыҙыу башланып китә. Август уртаһынан ул күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр исемлеген төҙөү өҫтөндә эшләй башлай.

– Был мәсьәләгә мин етди ҡарайым. Ғаиләләр бик күп. Һис бер осраҡта ла мин бер кемде лә күҙ уңынан ысҡындырырға йәки онотоп ҡалдырыр-ға тейеш түгел. 4 йыл эшләү дәүерендә ундай хәл булманы. Иң мөһиме, ата-әсәләр кәрәкле бөтә документтарҙы ваҡытында бирһен. Минең уларҙан айырым талап итеүемде улар белә. Мин инде ата-әсәләрҙе лә, балаларын да белеп бөткәнмен. Сөнки улар менән тығыҙ бәйләнештәмен, теләгән бере хаҡында уның ниндәй социаль категорияға ҡарауын әйтә алам. Класс етәкселәренә кластың социаль паспортын тултырыуҙа ярҙам итәм, уның нигеҙендә гимназияның социаль банкын төҙөйөм. Уҡыу йылы дауамында уҡыусыларҙың уҡырға йөрөүен күҙәтеп барабыҙ, түңәрәктәргә, секцияларға һәм йәйге сәләмәтләндереү ялына йәлеп итәбеҙ. Уларҙың күбеһенә бөтә күҙәтеүҙәр һәм психологик-педагогик оҙатылыш менән шәхси карточка асабыҙ. Уларҙың барыһы ла беҙҙең иғтибарға, ә иң мөһиме, ярҙамыбыҙға мохтаж. Наил хажи исемендәге мәсет менән берлектә шәфҡәтлелек менән шөғөлләнәбеҙ. Мәхәллә кешеләре тарафынан тупланған средстволарҙан мәктәп ашханаһындағы туҡланыу өсөн түләйбеҙ һәм кәрәкле кейем-һалым менән тәьмин итәбеҙ. Педагогик коллектив тырышлығы менән Яңы йыл байрамдарына күстәнәстәр әҙерләйбеҙ, – ти Лилиә Мөхтәрова.

Социаль педагог һөнәре, һис шик-һеҙ, бик талап ителгән һәм көнүҙәк. Бөгөн социаль аҙған ғаиләләр етерлек. Балалар енәйәтселеге лә юҡ түгел. Бы- ларҙың барыһын да бер мәктәп ярҙамында ғына хәл итеп булмай. Шуға күрә социаль педагог үҙ эшмәкәрлегендә полиция органдары, шулай уҡ профилактика системаһының күп кенә йәмәғәт ойошмалары һәм хатта судтар менән хеҙмәттәшлек итә.

– Социаль педагог булыу өсөн түҙемлек, “хәүеф төркөмө”ндәге үҫмер-ҙәр менән эшләргә теләк, һәр балаға яраҡлаша һәм уның эске донъяһын аңлай белергә, ярҙам күрһәтергә, баштан уҡ проблеманы табырға һәм уны хәл итеү юлдарын эшләргә кәрәк, – тине һүҙен йомғаҡлап Лилиә Камил ҡыҙы.

Һеҙгә үрҙә һанап үтелгән сифат- тарҙың еңел булмаған эшегеҙҙә тағы ла нығыраҡ нығыныуын теләйбеҙ.

Зөһрә ҒӘНИЕВА.