Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
26 Сентябрь 2018, 18:05

Һөнәренә яуаплы ҡарай

Район мәғариф учреждениелары эшмәкәрлегендә перспективалы һәм уңышлы үҫешкән йүнәлештәрҙең береһе – туризм һәм крайҙы өйрәнеү.

Крайҙы өйрәнеү һәм туризм берләшмәләре уҡыусыларҙың әүҙем һәм фәһемле ялын, үҙ эшмәкәрлектәре аша балаларҙың һауыҡтырыу ялын ойоштороуҙы үҙҙәренең төп бурыстары тип иҫәпләй. Берләшмәлә ҡатнашыу-сыларҙың туризм һәм крайҙы өйрәнеүенең ойоштороу һәм методик принциптары уның программаһы менән билдәләнә. Ойоштороу-методика үҙәге булараҡ, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто мәктәптәр-ҙең туризм һәм крайҙы өйрәнеү программаларын төҙөй, берләшмәләрҙең эшмәкәрлеген көйләй. Ҡуйылған бурыс-тарға ирешеү өсөн эш бер нисә йүнәлештә алып барыла.

Туризм һәм крайҙы өйрәнеү берләшмәләренең район методик берләшмәһен 2006 йылдан юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы Фаил Хәйретдинов етәкләй һәм эшмәкәрлектәрен көйләй. Ул шулай уҡ район конкурстарына йомғаҡ яһау буйынса комиссия ағзаһы булып тора. Фаил Сиражетдин улы Мәсетле районында туризмды үҫтереүгә күп көс һала. Уның башланғыстарында экскурсиялар, туристик ярыштар, күп көнлөк һәм категориялы походтар ойошторола. Берләшмәлә шөғөлләнеүселәр өҫтәмә белем биреү педагогтары менән берлектә республикабыҙҙың данлы урындарында: Мәмбәт тауында, Атыш шарлауығында, Инйәр зубчаткалары, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Мораҙым тарлауығында булдылар. Шулай уҡ атайсалды өйрәнеп, Абдулла ауылының Ҡуян тауы, Яңы Мишәрҙең Төлкө тауы, Яңы Яуыштың Нәжебил тауы, Һабанаҡтың Һыйыр тауы, Күскән таш тауы, Кесе Ыҡтамаҡтың Крючковка, Ләмәҙтамаҡтың Әгәрәү тауҙарында һәм Мөнсикта булдылар.

Фаил Хәйретдинов дәрестәренә һәр ваҡыт етди һәм ентекле әҙерләнә, уҡытыуҙың һәм тәрбиәләүҙең заманса алымдарын ҡуллана. Күнекмәләр ваҡытында тәрбиәләнеүселәрендә шәхси һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә аңлы һәм яуаплы мөнәсәбәт, шулай уҡ спорт туризмы һәм экстремаль хәл-шарттарҙа үҙҙәрен тотоу күнекмәләрен булдырыу буйына төрлө методик алымдарҙы оҫта файҙалана, сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылырға өндәй, үҫеп килгән быуындың әхлаҡи-психологик торошон һәм физик үҫешен камиллаштырыуға ынтыла.

Фаил Сиражетдин улы теоретик белемдәрҙе әңгәмә, лекция аша еткерә, практик өлөшө бина эсендә, асыҡ урында, һәм походтар ваҡытында нығытыла. Уҡыу күнекмәләрен ҡуйылған төрлө бурыстар (маршрут әҙерләү, айырым уҡыу күнекмәләре үткәреү, ял көнө походы ойоштороу) аша уҡыусыларҙың үҙ аллы эше формаһында үткәрә. Шулай итеп, алынған белемде күнекмәлә нығытыуға ҙур иғтибар бүленә.

Педагог һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Уның тәрбиәләнеүселәре йәйәүле туризм, “Хәүефһеҙлек мәктәбе” буйынса район ярыштарында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар ала.

Анзалита МУСИНА,

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры.