Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Сентябрь 2018, 16:06

Ысын профессионал

Илүсә Әфләтунова “Миләш” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып 1998 йылдан башлап эшләй.

Ул эшмәкәрлек осоронда үҙен яуаплы һәм хеҙмәтен яратҡан юғары квалификациялы педагог итеп күр-һәтте. Илүсә Әшрәф ҡыҙы тәрбиәләнеүселәренең үҫеш кимәлен, сәләмәтлек торошон һәм шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, алдынғы педагогик тәжрибә ҡуллана. Тәрбиәсенең квалификация кимәле мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың физик үҫеше буйынса яңы технологияларҙы һәм алымдарҙы үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Ул яҡшы ойоштороу һәләтенә эйә, балаларҙы тәрбиәләү һәм уларға белем биреү процесы менән оҫта идара итә.

Илүсә Әшрәф ҡыҙы мәғариф йөкмәткеһенең милли-региональ компонентына, балалар-ҙың сәләмәтлектәрен нығытыуға һәм һаҡлау-ға ҙур иғтибар бүлә. Үҙ эшендә Илүсә Әфләтунова инновацион технологиялар алымдарын ҡуллана. Мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәр-ҙәре менән тығыҙ бәйләнештә ижади эшләй, коллегалары һәм ата-әсәләр араһында абруй менән файҙалана. Тәрбиәсе ата-әсәләр менән эшкә ҙур иғтибар бүлә: йыйылыштар, консультациялар, әңгәмәләр үткәрә, уларҙы педагогик процеста ҡатнашыуға йәлеп итә. Ул уңғанлығы, әүҙем ойоштороусы һәм башҡарыу-сы булыуы менән айырылып тора.

Гөлнара ЯУБӘШИРОВА,

“Миләш” балалар баҡсаһы мөдире.