Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Сентябрь 2018, 14:05

Еңел булмаған эштәре маҡтауға лайыҡ

27 сентябрҙә илебеҙҙә Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Байрам Санкт-Петербургта 1863 йылдың көҙөндә тәүге балалар баҡсаһы асылыуға арналған.

Районда мәктәпкәсә белем биреү 26 мәғариф учреждениеһында ғәмәлгә ашырыла, уларҙа 1231 бала белем һәм тәрбиә ала.

Байрам алдынан беҙ Ҡотош ауылындағы “Йәйғор” балалар баҡсаһында булдыҡ. Уның тарихы 80-се йылдар башында башлана. Ошо осор-ҙа социаль үҫешкә ҙур иғтибар бүленә. 1984 йылда Нуриманов исемендәге колхоз рәйесе Сәрүәр Дилмөхәмәтовтың ҡарары менән ике ҡатлы ағас бинала 30 урынлыҡ балалар баҡсаһы асыла. Бында төрлө йәштәге балалар-ҙан торған бер төркөм эшләй. Гөлсибәр Ғималова, Рәфилә Ахунова, Мәйсәрә Һаҙыева, Вәриҙә Шафиҡова, Рита Ҡотлоева,Фатима Фәҡирйәнова, Динара Хәйбуллина, Сәлимә Әһлисламова – тәүге хеҙмәткәрҙәр. Һуңынан коллектив Флүзә Шәрипова, Гүзәл Закирова кеүек хеҙмәткәрҙәр менән яңыра.

2003 йылда балалар баҡсаһы В. Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ мәктәбе бинаһына күсә.

Бөгөн мәктәпкәсә учреждениеға 35 бала йөрөй. Улар ике йәш төркөмөндә шөғөлләнә. Кесе төркөмгә йәш ярымдан дүрткә тиклем ҡабул итһәләр, өлкән төркөмгә – дүрттән ете йәшкә тиклем. Балалар баҡсаһы менән Земфира Тәүәкәлова етәкселек итә, бер юлы ул – тәрбиәсе лә. “Йәйғор” балалар баҡсаһында өс йыл эшләй. Ойоштороу мәсьәләләре менән шөғөлләнә, документация менән эшләй, шулай уҡ хужалыҡ бурыстары ла уның иңендә.

– Беҙҙең балалар баҡсаһы йылдан-йыл матурыраҡ була бара, матди базаһы нығый. Белгестәр көслө, коллектив тотороҡло. Барыһы ла үҙ эштәренә ижади ҡарай. Улар менән эшләүе рәхәт, – ти ул.

Земфира Мансур ҡыҙының ҡул аҫтында ҙур булмаған татыу һәм эшсән коллектив хеҙмәт итә. Быйыл коллектив яңы хеҙмәткәр менән тулылан-ған – Миләүшә Ғиниәтова музыка дәрестәре алып бара.

Кескәйҙәр төркөмөндә сабыйҙар менән Гөлсибәр Ғәлимова эшләй. Уның төп ярҙамсыһы – Айгөл Ҡотлоева. Тәрбиәләнеүселәре – әле бөтөнләй сабый ғыналар, күптәренә ике йәш тә тулмаған. Улар күңел йылыһына, яратыуға, айырыуса хәстәрлеккә һәм ярҙамға мохтаж. Гөлсибәр Памир ҡыҙы менән Айгөл Юрьевна көн дауамында уларға әсәләрен алмаштыралар – тынысландыралар, иркәләйҙәр, кәрәк сағында ҡосаҡлап алалар һәм, әлбиттә, үҙ аллы ашарға, кейенергә, уйнарға, төрлө шөғөлдәр менән булырға: һүрәт төшөрөргә, нимәлер әүәләргә өйрәтәләр.

18 йыл хеҙмәт стажына эйә Гөлнәзирә Фәтихова быйыл төрлө йәштәге өлкән төркөм тәрбиәсеһе бурыс-тарын йөкмәткән үҙенә. Ул үҙ вазифа бурыстарына яуаплы һәм иғтибарлы ҡарай. Тәрбиәсегә Гөлбикә Сәмиғуллина ярҙам итә.

Штатта тағы ла бер хеҙмәткәр – ашнаҡсы Фәнилә Тәүәкәлова бар. Ул “Йәйғор” балалар баҡсаһы кескәйҙәрен көн һайын тәмле һәм төрләндереп бешерелгән аштар менән һыйлай. Төркөмдәрҙә балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ярашлы дәрестәр алып барыла. Балалар баҡсаһында кескәй-ҙәр тирә-яҡты танып белеп һәм телмәрҙәрен үҫтереп, төп төшөнсәләр менән танышып ҡына ҡалмай, ә коллективта йәшәргә һәм эшләргә, уйнар-ға һәм тиҫтерҙәре менән үҙ-ара эш итергә өйрәнә. Танып белеү дәрестәрендә балалар башҡорт әҙәбиәте, ауыҙ-тел халыҡ ижады, Ватан тарихы, ауылдың иҫтәлекле урындары менән таныша, хәрәкәтле халыҡ уйындары унай. Былар барыһы ла милли үҙаңдың үҫешеүенә һәм башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата хөрмәт тойғоһо тәрбиәләй. Балалар баҡсаһында саф һауала йөрөп инеү мотлаҡ. Балаларҙың яратҡан был шөғөлө сәләмәтлек һәм дөйөм үҫеш өсөн мөһим.

Мәктәпкәсә учреждение тормошонда ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша. Улар тәрбиәселәрҙең үтенестәрен үтәргә һәр ваҡыт әҙер, ремонт ваҡытында әүҙем ярҙам итәләр. Өлкәндәр балаларының баҡсалағы тормоштарын ҡыҙыҡһынып күҙәтә һәм байрам- дарға, иртәлектәргә ҙур теләк менән йөрөй.

Айгөл ШАРАПОВА.