18 йыл элек ошо вазифаға аяҡ баҫып, бинаны, ихатаны, туҡланыу блогын, кер йыуыу бүлмәһен, төркөмдәрҙе һәм йоҡо бүлмәләрен төҙөкләндереү буйынса бөткөһөҙ мәшәҡәттәр башлана. Беҙ был эштәрҙе йәһәт кенә һанап үттек, ә бит улар етәксенең көндәлек ныҡышмалы хеҙмәте менән ирешелә. Любовь Вячес-лавовна үҙенең икенсе йорто өсөн янып йәшәй. Коллегаларын да ылыҡтыра. Любовь Вячеславовнаның эш кабинетына хеҙмәткәрҙәр үҙ һорауҙары, уй-фекерҙәре, күңел серҙәре менән ашыға, улар бында аңлау һәм яҡлау таба аласаҡтарын яҡшы белә.
Балалар баҡсаһы холында “Мин донъяны күрәм”, “Әкиәт илендә” балалар ижадтары күргәҙмәһе даими яңыртылып тора. Балалар менән ата-әсәләре яһаған әкиәт сюжеттары ла урын тапҡан стеналарҙа.
Күркәм һәм уңайлы музыка залында балаларҙың шат тауыштары тынмай. Кескәйҙәр бында ҙур теләк менән килә.”Светлячок”тың матурлығы балаларҙы үҙенә әйҙәй һәм улар бында ҙур теләк менән тороп ҡала.
Балалар баҡсаһы коллективында Миләүшә Хисамова, Галина Жильцова, Светлана Коробкина, Ольга Корекова, Эльвира Зәбихуллина, Әлфиә Йәнтүрина, Лилиә Хажиева, Гөлназ Нәсибуллина күп йылдар хеҙмәт итә. Нәзирә Фәтихова менән Рима Нәжметдинова тәмле һәм файҙалы аҙыҡ әҙерләй. Һуңыраҡ коллективҡа Татьяна Бабикова, Зимфира Әмирова, Рита Ҡотлоева, Лилиә Мөхәрләмова, Фиҙәлиә Ниязова, Айгөл Нәбиуллина, Лилиә Хажиева килеп ҡушылалар.
Балалар баҡсаһы педагогтары – бар күңелдәрен балалар тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә һалған юғары профессиональ белгестәр. Улар район һәм республика сараларында, конкурстарында, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашып, призлы урындар ала, грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнеп тора. “Йыл тәрбиәсеһе” район конкурсынан ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Быйыл педагог Ф. Ниязова конкурс-тың муниципаль этабында еңеүсе булды.
Тәрбиәләнеүселәре лә педагогтарынан ҡалышмай. 2017-2018 уҡыу йылында Әсәләр көнөнә арналған балалар һүрәттәре район конкурсында, тасуири шиғыр һөйләү бәйгеһендә ҡатнаштылар.
Беҙ балаларҙы тәрбиәләү буйынса еңел булмаған эштә әүҙем ҡатнаш-ҡандары өсөн ата-әсәләргә рәхмәтлебеҙ.
Беҙ “Светлячок”ка йөрөгән кескәйҙәрҙән “Һеҙҙең балалар баҡсаһы ниндәй?” – тигән һорау бирҙек. “Ул матур, ҙур, иң яҡшыһы” тигән яуап ишеттек. Минеңсә, был балалар баҡсаһында эшләүселәрҙең хеҙмәтенә ҙур баһа. Ғәжәпләнерлек тә түгел, сөнки ихлас мөнәсәбәттәр, ярҙам, дөйөм маҡсатҡа ынтылыш булған ерҙә хеҙмәт һөҙөмтәһе мотлаҡ юғары.