Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Сентябрь 2018, 17:09

Булмышы – тәрбиәсе

Ошо матур байрам көнөндә һүҙебеҙ Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояш-ҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Валентина Щипунова тураһында. Беҙҙең балалар баҡсаһында ул бына инде 30 йыл эшләй. Педагог булыу уның өсөн эш кенә түгел, ә күңел торошо. Сөнки унда балаларға ҡарата булған һөйөү барлыҡ хеҙмәт йылдары дауамында һиҙелеп тора.

Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең эше бик яуаплы. Ул кескәйҙәр өсөн көн һайын ниндәйҙер яңы асыштар яһап, уларҙы ҡыҙыҡлы һәм яңы нәмәләргә өйрәтә. Бынан тыш ул, бала көндөң күберәк өлөшөн мәктәпкәсә учреждениела үткәргәнлектән, сабый өсөн дуҫ, кәңәшсе, остаз һәм икенсе әсәй булып тора. Ул үҙенең барлыҡ көсөн – физик һәм ижади мөмкинлектәрен балаларға бирә. Тәрбиәсене кеше күңеленә нигеҙ һалыусы тип юҡҡа ғына атамағандар, сөнки нәҡ ул баланың буласаҡ шәхесенә нигеҙ һала һәм был тормошта тәүге аҙымдар яһарға ярҙам итә. Бөтөнләй сабый ғына килеш килгән балалар, йылдар үткәс, ошо тәрбиәсенең тәрбиәләнеүселәре булыуҙары хаҡында ғорурлыҡ менән әйтә.

Валентина Леонидовна коллегалары менән эш тәжрибәһен йомарт өләшә, коллективта абруйлы. Ул төп эшмәкәрлегенән тыш педагогик хеҙмәт ветерандары менән әүҙем эш алып бара. Бына инде күп йылдар дауамында ветерандарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрә, мөрәжәғәт иткәндәр-ҙең барыһына ла ярҙам итә, байрам менән ҡотлай. Хеҙмәт ветерандарын балалар баҡсаһына байрам концерттарына саҡырып тора.

Валентина Щипунова – ике балаға яҡшы әсәй, хәстәрлекле ҡыҙ.

Тәрбиәселәр көнө менән Һеҙҙе, хөрмәтле Валентина Леонидовна! Үҙ хеҙмәтегеҙ емешенә ҡарағыҙ әле! Ул бер баҡса! Балалар баҡсаһы! Бында йөрөгән кескәйҙәрҙең ихлас йылмайыуҙары – Һеҙҙең көндәлек ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ өсөн иң ҙур бүләк. Балалар – беҙҙең киләсәк. Һеҙ уларҙы ихлас һәм саф күңел менән тәрбиәләйһегеҙ, шуға күрә был киләсәктең яҡшы булырына шигебеҙ юҡ.

Зөләйха МӨХТӘРОВА,

тәрбиәсе.