Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Сентябрь 2018, 18:01

Ойошманың йөҙө

Сентябрь һөнәри байрамдарға бай. Финансистар, рекрутерҙар, программистар, машина төҙөүселәр. Ошо һөнәрҙәр араһында тотош бүлектәрҙе, ойошманың айырым һөнәр эйәләрен бәйләп тороу-сы һөнәр эйәләре – секретарҙар ҙа алтын көҙҙә байрамдарын билдәләй.

Беҙҙең илдә секретарҙарҙың рәсми байрамы юҡ ине. Әммә 2005 йылда был хәлде үҙгәртергә ҡарар итәләр. Яңы байрамды сентябрҙең өсөнсө йомаһына тәғәйенләйҙәр. Быйыл ул 21 сентябргә тура килә.

Секретарҙарҙың эштәре бик күп. Көн һайын уларға өйөлөп ятҡан документтарҙы тәртипкә килтерергә, сәғәттәр буйы компьютер мониторы алдында эшләргә, күп һанлы ваҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Хеҙмәттәре күренеп тә бармайҙыр, бәлки, әммә көндәлек тормошта улар-һыҙ мөмкин түгел.

Секретарҙарҙың һөнәри байрамдары уңайынан беҙ был һөнәрҙә 14 йыл эшләгән Елена Бижанова тураһында яҙырға ҡарар иттек.

Елена Владимировна Коми Республикаһының Воркута ҡалаһында тыуған. Ғаиләләре әсәләренең тыу-ған Башҡортостанына ҡайтырға ҡарар итә. Секретарь һөнәренә ул осраҡлы килеп эләгә. 2-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәбен тамамлағас, шунда уҡ лаборант эшенә урынлаша. Был хәл 1997 йылда була. Ә 2004 йылда Елена Бижанова Башҡорт гимназияһының секретары булып китә. Бер юлы ул Өфө эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ колледжын ситтән тороп тамамлай һәм “Хоҡуҡ ғилеме белгесе” һөнәрен үҙләштерә.

– Алынған белемем эшемдә бик кәрәк булып тора, – тип билдәләй Елена.

Ул эшен еренә еткереп сифатлы башҡарғаны өсөн почет грамоталары менән бүләкләнгән. Елена Владимировнаның фекеренсә, секретарҙың төп сифаттары – ихласлыҡ һәм яғымлылыҡ. Бында һүҙ туранан-тура әңгәмәләшеүгә лә, телефон аша һөйләшеүгә лә ҡағыла. Шулай уҡ секретарға иғтибарлы һәм сабыр була белергә кәрәк. Әммә был сифаттар кешегә әҙер килеш бирелмәй. Көн һайын үҙ өҫтөңдә эшләргә, вазифаңа ныҡышмалы һәм яуаплы әҙерләнергә кәрәк.

– Эшем һәм бергә хеҙмәт иткән коллектив миңә бик оҡшай. Иртә менән теләп эшкә барыуҙан, ә кисен өйҙә көтөп торған ике улым һәм ирем янына ашығыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул. Хөрмәтле коллегаларымды байрам менән ҡотлайым һәм һәр көнөгөҙҙөң шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡтылыҡ менән тулы булыуын теләйем. Ғаилә бәхете, һеҙгә, һәм ныҡлы сәләмәтлек!

Адель ҒАФФАРОВА.