Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
7 Сентябрь 2018, 18:10

Финанстар хеҙмәткәренең эше ауыр һәм яуаплы

8 сентябрҙә илебеҙҙең барлыҡ финанстар органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Был улар-ҙың иҫәп буйынса һигеҙенсе тапҡыр байрам итеүҙәре.

Финанс өлкәһе хеҙмәткәр-ҙәре алдында бюджетты грамоталы планлаштырыу, аҡсаны дөрөҫ бүлеү, уларҙы һөҙөмтәле һәм маҡсатлы тотоноу, килем сығанаҡтарын арттырыу буйынса яуаплы бурыс тора. Дөрөҫ ойошторолған бюджет сәйәсәте – бөтә райондың именлеге, халыҡ тормошо сифатын күтәреү нигеҙе.

Әлеге мәлдә Рәсәйҙең финанстар системаһында иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә һәләтле, бюджет һәм һалым ҡануниәте нескәлектәрен белгән юғары квалификациялы, яуаплы, компетентлы хеҙмәткәрҙәр эшләй. Мәсетле районы хакимиәтенең финанстар идаралығы начальнигы урынбаҫары – бюджет буйынса инспекция начальнигы Рәйлә Рәшит ҡыҙы Хизбуллина нәҡ ошондай хеҙмәткәр булып тора.

Бына инде 26 йыл ул үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Рәйлә Рәшит ҡыҙы 1973 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлап, 1990 йылда Өфө финанстар техникумының "Бюджет иҫәбе” һөнәре буйынса уҡырға инә. 1992 йылдың мартында райондың финанстар бүлегендә эш башлай.

1992 йылдың декабренән алып 2002 йылға тиклем иң йәш һәм ҡыҙыҡлы осор Мәсетле районы һалым хеҙмәтенә бағышлана. Унда Рәйлә Рәшит ҡыҙы финанс тәьминәте хеҙмәтенең баш белгесе булып эшләй. Бер юлы Бөтә Рәсәй финанстар-иҡтисад институтында (хәҙерге РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы финанстар университеты) ситтән тороп белем ала. Һалым инспекцияһы үҙгәртеп ҡоролғас, Мәсетле районы буйынса федераль казначейлыҡ бүлексәһендә эшләй. Ә инде 2005 йылда кире финанстар идаралығына әйләнеп ҡайта һәм шул ваҡыттан бирле үҙенең профессионализмы һөҙөмтәһендә бары тик яуаплы эштәр башҡара.

Рәйлә Хизбуллина үҙ эшен бик ҡыҙыҡлы тип иҫәпләй. Уның көндәлек хеҙмәтенә муниципаль берәмек территорияһында берҙәм финанс, бюджет һәм һалым сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, муниципаль берәмек бюджетын төҙөү һәм уны үтәүҙе ойоштороу, бюджетты планлаштырыу, финанслау, отчет төҙөү ысулдарын камиллаштырыу, муниципаль бюджеттан бүленгән аҡсаларҙың һөҙөмтәле тотолоуын тәьмин итеү, бюджет аҡсалары менән операциялар-ҙы финанс контролдә тотоу һәм башҡа бик күп нәмәләр инә.

Финанстарҙы һаҡлау –дәүләттең йәшәүе өсөн тормош көсөн һаҡлау ул. Ә финанстар-ҙың һаҡланғанлығы өсөн тулыһынса финанс хеҙмәткәр-ҙәре яуап бирә.

Был матур байрам көнөндә Рәйлә Рәшит ҡыҙы барыһына ла сәләмәтлек теләй.

Адель Ғаффарова.