Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Август 2018, 17:16

Уның ғүмерлек һөнәре

Владимир Ахуновтың беҙ-ҙең район төҙөлөшөндәге ҙур эштәре 1966 йылдан башлана.

– Ул саҡта мәктәп белем биреү системаһында сираттағы реформа булды – ул йыл ун бер йыллыҡ белем биреүҙәге һуңғыһы булды һәм 10 йыл уҡытыуға күсерелде. Беҙҙең Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә бер үк ваҡытта өс ун һәм өс ун беренсе класс сығарылды. Был вуздарға инеү мәсьәләһен ҡатмарлаштырҙы, конкурстар ҙур булды. Мин баштан уҡ юрист булырға теләгәйнем, ләкин булдыра алманым. Эш стажы кәрәк булғас, бигерәк тә. Ҡалған вуздарға документтар биреп торманым, теләк тә юҡ ине, – тип иҫенә төшөрә ул.

Был осорҙа Хөкүмәт ҡарары буйынса ауылда сәнәғәт объекттары һәм инфраструктура булдырыу өсөн барлыҡҡа килтерелгән ПМК-243 абруйлы төҙөлөш ойошмаһы булып иҫәпләнә. Владимир Мөғтәбәр улы шунда ташсы өйрәнсеге булып урынлаша. Армияға тиклем ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында бригадирҙар курсын тамамлай. 1968-70-се йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында Новоуральск ҡалаһында инженер-төҙөлөш ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, “Яугир батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Артабан сәнәғәт-гражданлыҡ төҙөлөшө һөнәре буйынса Ленин комсомолы исемендәге Силәбе политехник институтының (әлеге Көньяҡ Урал дәүләт университеты) инженер-төҙөлөш факультетына уҡырға инә.

– Уҡыуымды авгус-та тамамланым. Хәрби сбор- ҙарҙан һуң, беҙгә лейтенант званиеһы бирҙеләр. Ҡайһы бер сығарылыш студенттары контракт төҙөп, хәрби булып китте. Ә мин тыуған ауылыма, шул уҡ ПМК-243-кә ҡайттым, тик – прораб сифатында, – ти төҙөүсе. – Миңә шунда уҡ бер юлы бер нисә төҙөлөш объекты: Әләгәҙ ауылындағы һыйыр аҙбарын, Йонос мәктәбен, Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Светлячок” балалар баҡсаһын, “Сосновый бор” шифаханаһының йоҡо корпусын, шулай уҡ Октябрьский ауылындағы балалар баҡсаһын ҡуштылар. Артабан объект артынан объект тапшыр-ҙыҡ. Төҙөгән нәмәләребеҙҙе һанап сығыуы ҡыйын: бик күп торлаҡ, социаль-мәҙәни-көнкүреш объекттары, производство биналары.

Был ойошмала ул 27 йыл эшләгән. Артабан кирбес заводында хеҙмәт иткән, ауыл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы булған. Хаҡлы ялға БАССР министрлығы ҡарамағындағы Капиталь төҙөлөш идаралығында төҙөлөш буйынса куратор вазифаһында сыҡҡан.

Владимир Ахунов бар ғүмерен төҙөлөшкә – Ер йөҙөндәге иң тыныс һөнәргә бағышлаған. Хәҙер – пенсияла. ул ҡасандыр шул һөнәрҙе һайлағанына һис тә үкенмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп бергә-бергә объекттар күтәргән кешеләрен айырым бер йылылыҡ менән иҫкә ала. Улар – баш инженер Рәүил Уразаев, производство-техник бүлек начальнигы Вәлиулла Собханҡолов, участка мастер-ҙары Әшрәф Кәлимуллин һәм Рәүил Саҙрыев, монтажсылар бригадиры Александр Фокин, монтажсылар звеньевойы Николай Комлев һәм башҡалар.

Элекке коллегалары Владимир Мөғтәбәр улы тураһында ҙур ихтирам һәм йылылыҡ менән телгә ала. Үҙ эшенең профессионалы һәм ысын кеше, тиҙәр уның хаҡында.

Ветеран хәләл ефете Ольга Андреевна (РФ-тың мәғариф отличнигы) менән 32 йыл бергә татыу ғүмер кисергән. Үкенескә күрә, ҡатыны бик иртә донъя ҡуйған. Уларҙың өс балаһы, туғыҙ ейәне бар.

Айгөл ШАРАПОВА.